Радий Хәбиров социаль селтәрҙә: "Коронавирус пандемияһының ике йылында эшләргә ынтылған һәм эшләй белгән эшҡыуарҙарыбыҙға ярҙам итеү буйынса яҡшы тәжрибә тупланыҡ. Был ваҡыт эсендә республикала эшҡыуарҙар һаны артты, компаниялар киңәйеүен дауам итә, яңы эш урындары булдырыла. 2021 йылда ғына Башҡортостанда 26,2 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты барлыҡҡа килгән.
Был федераль һәм төбәк кимәлендә ҡаралған ярҙам сараларының һөҙөмтәле булыуын, ә иң мөһиме - кешеләрҙең беҙгә ышаныуын һәм, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшләргә әҙер булыуын аңлата.
Хәҙер беҙҙең алда - яңы һынауҙар һәм яңы мөмкинлектәр. Санкциялар шарттарында элек сит ил компаниялары биләгән яңы өлкәләр асыла. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс булып тора.
Беҙ уҙған ике йылда ҡабул ителгән барлыҡ төбәк ярҙам сараларын тулыһынса һаҡлайбыҙ. Уларға яңы, көрсөккә ҡаршы өҫтәмәләр индерәбеҙ.
Беҙҙең Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында оператив штаб эшләй, уның бурысы - хәлде күҙәтеү һәм бизнес һорауҙарына, проблемалы хәлдәргә тиҙ арала иғтибар итеү. Бизнес-шерифтарҙы ла ошо эшкә йүнәлтәбеҙ.
Башҡортостан микрокредит компанияһы алдан эшҡыуарҙарға бирелгән займдар буйынса «кредит каникулдарын» рәсмиләштереүгә тотондо. Төбәк лизинг компанияһы льготалы лизинг буйынса шарттарҙы тулыһынса һаҡлап ҡалды. Был шулай уҡ Төбәк гарантия фонды эшенә лә ҡағыла.
Беҙ 2020 йылда ғәмәлдә булған һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса һалым льготаларын кире ҡайтарыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Артабан потенциаль килемдәрҙең дәүмәлен кәметергә уйлайбыҙ, уларҙан патент системаһы буйынса һалым иҫәпләнә. Былар барыһы ла эшҡыуарҙарға финанс йөкләмәһен кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Ағымдағы хәлдә айырыуса яҡлауға мохтаж булған ҡайһы бер өлкәләрҙә эшҡыуарҙарҙы мөлкәткә һәм транспортҡа һалымдан азат итеү мөмкинлеген өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса льготалы ставкалар менән ярҙам итергә ниәтләйбеҙ.
Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн республикала һигеҙ офис эшләй. «Минең бизнесым» үҙәгенең икәүһе - Өфөлә, берәр - Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә. Быйыл тағы дүрт офис асырға уйлайбыҙ.
Эшҡыуарҙарға бөтә үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт биреү һәм һорауҙарға тиҙ арала яуап биреү өсөн «Минең бизнесым» үҙәгендә көрсөккә ҡаршы "ҡыҙыу бәйләнеш" астыҡ. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй. Телефоны: 7 (347) 224-99-99", - тип яҙҙы.