Иҡтисад
10 Март 2022, 14:00

Республика эшҡыуарҙары ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

“Әле, санкциялар шарттарында, элек сит ил компаниялары биләгән урындар үҙебеҙгә ҡала”.

Республика эшҡыуарҙары ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡРеспублика эшҡыуарҙары ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Республика эшҡыуарҙары ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Башҡортостан етәкселеге эшҡыуарҙар өсөн төбәктә булдырылған ярҙам сараларын һаҡларға һәм уларға өҫтәмәләр индерергә ниәтләй.

Был хаҡта Радий Хәбиров 2022 йылдың 10 мартында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Республикала һуңғы ике йылда ҡабул ителгән төбәк ярҙам саралары һаҡлана. Уларға яңылары – көрсөккә ҡаршы саралар өҫтәләсәк. “Санкциялар шарттарында элек сит ил компаниялары биләгән яңы урындар асыла”, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Күп эксперттар фекеренсә, Рәсәй бойондороҡһоҙ иҡтисад төҙөй ала, сөнки совет заманынан алып илдә шәхси технологиялар ҙа, бер аҙ иҫкергән, әммә барыбер үҫешкән инфраструктура ла ҡалған.

Глобаль донъя шарттарында барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән. Рәсәй иҡтисадын емереп, Көнбайыш үҙ иҡтисадына ла һуға. Хатта газды ябыу перспективаһы ла Европала хаҡтарҙың ҡапыл күтәрелеүенә килтерә. Донъя Рәсәйҙең никеленә, алюминына, бойҙайына синтетик алмас һәм башҡа бик күп тауарҙарына бәйле.

Санкциялар ил эсендә бизнес алып барыу өсөн кәрәкмәгән сикләүҙәрҙе бөтөрөргә ярҙам итәсәк. Рәсәйҙә үҙ эшеңде асыу, кредит алыу еңелерәк буласаҡ. Документтар менән мәшәҡәттәр һәм тикшереүҙәр аҙыраҡ буласаҡ, һалым льготалары ла ҡарала.

“Беҙ эшҡыуарҙарға ватан йәки сит ил ҡорамалдарын һатып алырға, арзан займ аҡсаһы алырға ярҙам итә алабыҙ.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө компрессор заводы яңы өлкәне – кислород станцияларын етештереүҙе үҙләштереү өсөн 15 миллион һум алды. Белорет үлсәү ҡорамалдары заводы күрше Силәбенән кәрәкле ҡорамалға заказ бирҙе. Быға льготалы лизинг программаһы арҡаһында өлгәшелде, ҡулайламаның хаҡы - 7 миллион һум самаһы", - тип һөйләне Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Нияз Фазылов.

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында оператив штаб эшләй. Ошондай уҡ эште республика ҡалаларында һәм ауылдарында бизнес-шерифтар алып бара.

Башҡортостан микрокредит компанияһы элек бирелгән займдар буйынса кредит каникулдарын рәсмиләштереүгә тотондо. Ә Төбәк лизинг компанияһы льготалы лизинг буйынса шарттарҙы тулыһынса һаҡлап ҡалды. Был Төбәк гарантия фонды эшенә лә ҡағыла.

Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙарға һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса һалым льготаларын ҡайтарырға, патент системаһы буйынса һалым иҫәпләнгән потенциаль килемдәрҙең дәүмәлен кәметергә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса льготалы ставкалар менән ярҙам итергә мөмкинлектәр ҡарай.

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн республикала "Минең бизнесым" үҙәгенең һигеҙ офисы эшләй. Уларҙың икәүһе – Өфөлә, тағы ла берешәр офис Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан. 2022 йылда республикала тағы дүрт офис асыласаҡ.

Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн ҡыҙыу бәйләнеш: 7 (347) 224-99-99 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем).

Фото: bfmufa.ru

#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас