

Кисә, 10 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенең иҡтисад блогы етәкселеге менән “Инвестиция сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эш йомғаҡтары һәм эшмәкәрлек перспективалары, шулай уҡ Милли именлек фонды һәм инфраструктура бюджет кредиттары механизмы сиктәрендә федераль аҡсалар йәлеп итеү.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов инвестиция проекттарын оҙатыу буйынса эш йомғаҡтары һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– 2021 йылда палатабыҙ 88 бизнес-миссия ойошторҙо, шуларҙың 20-һе – күҙгә-күҙ осрашып. Республикалағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында Үзбәкстанда һәм Тажикстанда үҙ вәкиллектәрен астыҡ, – тине Тимур Хәкимов. – Беҙҙең ярҙам менән Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды дөйөм суммаһы 3,6 миллиард һумлыҡ ете инвестиция проектын финансланы, шулай уҡ 945 миллион һумлыҡ тағы биш проектты үҫтереүгә булышлыҡ итте.
Ҡайһы бер сит илдәр яғынан килгән санкция сәйәсәте шарттарында республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башҡа бизнесты үҫтереү һәм яҡлау институттары менән бергә үҙ эшмәкәрлеген яңы халыҡ-ара йүнәлештәргә йүнәлтә.
Радий Хәбиров Тимур Хәкимовҡа һәм төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хеҙмәткәрҙәренә коронавирус пандемияһы ваҡытында башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә Башҡортостандың ҙур ҡалаларында фермер йәрминкәләрен даими уҙғарырға ҡушты.
– Был ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрегеҙ, артабан башҡа ҡалаларҙы ла йәлеп итегеҙ. Был аҙыҡ-түлеккә ажиотажды кәметергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Аграрийҙарыбыҙҙың сифатлы продукцияһын халыҡтың ҡулай хаҡҡа һатып алыуы мөһим.
Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Милли именлек фонды линияһы буйынса һәм инфраструктура бюджет кредиттары механизмы сиктәрендә аҡса йәлеп итеү тураһында һөйләне.
– Беҙ Милли именлек агентлығынан 454 миллион һум күләмендә финанслау йәлеп итеүгә ғариза ебәрҙек. Был аҡсаны коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөкләндереүгә – Әлшәй районының Раевка ауылында, Нуриман районының Красная Горка һәм Павловка ауылдарында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын модернизациялауға йүнәлтергә планлаштырабыҙ, – тине беренсе вице-премьер. – Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар финанс яҡтан отошло шарттарҙа сығыш яһай – йылына өс процент, 25 йылға тиклем түләргә кәрәк.
Бынан тыш, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тармаҡтың башҡа объекттары буйынса ла ғаризалар әҙерләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғариза процедураларының ваҡытын ҡәтғи үтәргә һәм был эш барышын майҙа үтәсәк “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә ҡушты.
Рөстәм Моратов шулай уҡ, 2022 һәм 2023 йылдарҙа республика федераль бюджеттан Рәсәй Төҙөлөш министрлығының инфраструктура кредиттары линияһы буйынса Өфөлә һәм Нефтекамала проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 14,8 миллиард һум аласаҡ, тип хәбәр итте.
– Һүҙ, атап әйткәндә, Өфөнөң “Кузнецов затоны” биҫтәһендә “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тураһында бара. Унда яңы мәктәп, торлаҡ объекттары һәм кәрәкле транспорт инфраструктураһы төҙөләсәк. Ошо аҡса иҫәбенә Нефтекамала комплекслы төҙөлөш проектын ғәмәлгә ашырырға һәм ҙур һыйҙырышлы яңы автобустар һатып алырға ниәтләйҙәр, – тине беренсе вице-премьер.
Дөйөм алғанда, был механизмдар 15 йыл дауамында 5,7 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә һәм 20 меңгә тиклем яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә дәүләт-шәхси партнёрлыҡ сиктәрендә тормошҡа ашырырға тәҡдим ителгән проекттарҙы тикшерҙе. Мәҫәлән, концессия шарттарында Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөргә планлаштыралар. Тағы ла икәүһен – Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта – дәүләт заказы сиктәрендә төҙөкләндерәләр.
– Өҫтәмә рәүештә беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығында Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында яңы мәктәптәр төҙөү буйынса тағы алты проектты яҡланыҡ. Уларҙы бүлеп түләү юлы менән берҙәм схема буйынса төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Концессияның асылы шунда: дөйөм хаҡы 1,7 миллиард һумлыҡ 1 225 урынлыҡ типовой мәктәп төҙөүгә башланғыс этапта аҡсаның күпселек өлөшөн федераль концессионер бүлә. Төбәк төҙөлөшкә тәүге йылда ни бары 18 миллион һум йүнәлтә. Һуңынан һигеҙ йыл дауамында концессионерға йыл һайын 144-шәр миллион һум түләйәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта банк проценттарын федераль бюджет ҡаплай. Бындай механизм Башҡортостан уҡыусылары өсөн 9 740 яңы уҡыу урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ йәһәтенән республика өҫтөнлөклө һаулыҡ һаҡлау объекттары исемлеген төҙөнө. Улар – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Бөрөлә, шулай уҡ Өфө районының Зубов ауылында һәм Иглин районы үҙәгендә ете яңы поликлиника һәм дауахана корпустары төҙөү.
Башҡортостан Башлығы республиканың Төҙөлөш министрлығына федераль власть органдары менән проект-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәрен башҡарыу ваҡытына төҙәтмәләр индереү өсөн төҙөлөш материалдары баҙарында хаҡтар ҡуйыу мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.
“Инвестиция сәғәте” һуңында Өфө трамвай-троллейбус заводы базаһында троллейбустарҙың яңы моделдәрен сығарыу буйынса проектты тикшерҙеләр.
Һүҙ Өфө предприятиеһында инвестиция проекты сиктәрендә проектланған “Горожанин” маркалы троллейбус һәм электробус гибриды хаҡында бара. Яңы модель үҙенсәлектәренең береһе – өҫтәмә аккумуляторҙар иҫәбенә бәйләнеш селтәренә тоташтырмайынса 30 километрға тиклем автономлы хәрәкәт итеү мөмкинлеге. Был юлдағы ҡаршылыҡтарҙы һәм тотҡарлыҡлы йәки боҙолған линия участкаларын урап үтергә мөмкинлек бирә. Батареяларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты – ете йыл. Машина опциялары исемлегендә пассажирҙарға мәғлүмәт биреү системаһы, кондиционер, тышҡы һәм эске видеокүҙәтеү камералары, электрон гаджеттар өсөн USB зарядкалар бар.
Яңы техника кәрәкле һынауҙар үтә лә инде. Рөхсәт ҡағыҙҙарын алғандан һуң ул Өфө заводында сериялы сығарыла башлай. Республика 2022 йылда Өфө һәм Стәрлетамаҡ өсөн 45 яңы машина оҙатыуға Рәсәйҙә тәүге офсет килешеүе төҙөнө.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.