Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март 2022, 15:30

Тағы ла шәкәр хаҡында...

Республикаға идара итеү үҙәгендә шәкәргә бәйле хәлгә йәнә асыҡлыҡ индерелде.

Тағы ла шәкәр хаҡында...
Тағы ла шәкәр хаҡында...

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе бөгөнгө көнүҙәк проблемаларға ҡағыла. Был хаҡта яңыраҡ ҡына Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатма биргәйне. 

- Хаҡтарға, сауҙа өҫтәмәһенән тыш, бер нисә шарт йоғонто яһай: һорау һәм тәҡдим араһындағы тигеҙлек, логистика өлөшө, етештереүселә тауарҙың булыу-булмауы, етештереүгә, һаҡлауға, килтереүгә, төрөүгә сығымдар хаҡы һәм башҡалар, - тип аңлатты ведомство башлығы.

Шулай уҡ ул продукттың сауҙа кәштәләрендә булыу-булмауына йоғонто яһаған тағы бер шарт – һатып алыусылар тарафынан һорауҙың ҡапыл артыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Сауҙа селтәрҙәре билдәләүенсә, һуңғы бер нисә көндә шәкәргә ихтыяж бер нисә тапҡырға артҡан. Һатыусылар тауарҙы келәттәрҙән алып, кәштәләргә урынлаштырып өлгөрмәй.

Халыҡҡа шуны еткерәбеҙ: Башҡортостанда шәкәр менән проблема юҡ, ул складтарҙа күп, магазиндарға барып етәсәк. Шуға күрә шәкәр тирәһендә ығы-зығы тыуҙырыу кәрәкмәй.

Тағы ла Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәренә килгән төп мөрәжәғәттәрҙең күбеһе - юлдар һәм ҡар таҙартыу буйынса (бөтәһе 70 мөрәжәғәт алынған), икенсе урында - социаль йүнәлештә (64 мөрәжәғәт) һәм хәүефһеҙлек буйынса мәсьәләләр өсөнсө урында тора(62 һорау).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Республикаға идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙары бер ваҡытта ла яуапһыҙ ҡалмай. Тағы ла күберәк файҙалы мәғлүмәттәр менән Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә таныша алаһығыҙ.

Фото:exportv.ru

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: