Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март 2022, 19:00

Ял көндәрендә йәрминкәгә килегеҙ!

Район-ҡалаларҙа 50-нән ашыу майҙансыҡта сауҙа ойошторола.

Ял көндәрендә йәрминкәгә килегеҙ!
Ял көндәрендә йәрминкәгә килегеҙ!

12-13 мартта республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Уларҙа үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡтарҙы һатып алырға мөмкин.

– Беҙҙең өсөн был бик мөһим ритейл алымы, сөнки төбәктә күпселек етештереүселәр ауыл ерендә йәшәй. Продукцияһын сауҙа селтәрҙәре аша һатырға бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ. Ә йәрминкәләр етештереүсегә ҡулланыусы менән осрашыу мөмкинлеген биргән универсаль майҙансыҡты тәшкил итә, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

12 марттан Башҡортостандың күпселек район-ҡалаларында 50-нән ашыу майҙансыҡ ойошторола. Мәғлүм булыуынса, республикала йәрминкәләрҙе үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла, Йәрминкә-баҙар эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһы төҙөлгән.

Былтыр тап ошондай саралар барышында беҙҙә тауар әйләнеше күләме 20 процентҡа артҡан. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, был бик яҡшы күрһәткес.

Йәрминкә майҙансыҡтарының адрестарын Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/436337/ һылтанмаһы буйынса асыҡларға мөмкин.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: