Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март 2022, 18:30

Юл һәм транспорт тармағы ни хәлдә?

Былтырғы эшкә йомғаҡ яһалды һәм быйылға бурыстар билдәләнде.

Юл һәм транспорт тармағы ни хәлдә?
Юл һәм транспорт тармағы ни хәлдә?

Бөгөн Өфөлә транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев рәйеслегендә министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республикалағы юл һәм транспорт комплекстарының былтырғы эшенә йомғаҡ яһалды, быйылға бурыстар билдәләнде.

Былтыр пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән предприятиелар автобус паркын яңыртыу эшен дауам иткән, заманса һәм уңайлы автобустар һатып алынған. 2021 йылда шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 2022–2023 йылдарға 14,8 миллиард һумлыҡ инфраструктура бюджет кредитын биреүгә ғаризаһы хупланғайны. Был аҡсаны Өфө, Нефтекама ҡалаларының яңы биҫтәләрендә инженерлыҡ, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттарын төҙөүгә, “Башавтотранс” предприятиеһы өсөн Өфөнөң яңы төҙөлгән райондарына пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу өсөн 77 берәмек ҙур класлы автобус һатып алыуға, шулай уҡ пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси ойошмалар тарафынан күсмә составты ҙа яңыртыуға йүнәлтеү күҙаллана.

Былтыр “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эске һауа юлдары аэровокзал комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы терминал сафҡа инеү менән унда көнөнә ике меңдән ашыу кешегә сифатлы хеҙмәт күрһәтелә.

2021 йылдың апреленән Өфө – Күмертау маршруты буйынса “Орлан” поезы йөрөй башланы. Сентябрҙә был маршрут Ырымбурға тиклем оҙайтылды. Быйыл ғинуарҙа Өфө – Приют маршруты буйынса “Көнбайыш экспресы” юлға сыҡты. 2022 йылда республикаға “Ҡарлуғас” электр поездары тапшырыла. Улар Өфө – Приют һәм Өфө – Айғыр йүнәлештәрендә эшләйәсәк. Өфө станцияһында тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланды. 2024 йылға тиклем ошо эштең икенсе этабын тамамлау күҙаллана.

Ултырышта ҡаралған төп мәсьәләләр иҫәбенә шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты инде. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, былтыр Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларындағы 181 объектта эш башҡарылған: 343,81 километр автомобиль юлы төҙөкләндерелгән, 15 километрҙан ашыу юл һалынған һәм реконструкцияланған, 21 берәмек светофор объекты, йәйәүлеләр юлында туғыҙ өҫтәмә яҡтылыҡ объекты, 1102 погон метр ҡойма, 336 берәмек юл билдәһе ҡуйылған. Һөҙөмтәлә норматив талаптарға яуап биргән төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары өлөшө 55,7 процент, ҡала агломерацияларында норматив хәлгә тап килгән юл селтәре өлөшө 71 процент тәшкил иткән.

Әйткәндәй, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юл ойошмалары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән комплекслы сараларҙы тормошҡа ашырҙы. Атап әйткәндә, 20 мең юл билдәһе, 264 светофор объекты, шул иҫәптән 50 километрҙан ашыу ҡойма сафҡа индерелде.

Әле республикалағы автомобиль юлдарында юл ҡағиҙәләрен фотоға һәм видеоға теркәү буйынса 1761 стационар комплекс, шулай уҡ 63 күсмә, алты мобиль комплекс эшләй. Уларҙың дөйөм һаны – 1830 берәмек.

Фото: bashkortostan.ru/presscenter

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: