Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2022, 12:15

“Әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалы эфирында республика предприятиеларының импортты алмаштырыуға әҙерлеге хаҡында бәйән итте.

“Әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт”
“Әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт”

Республика етәксеһе “Рәсәй 24” телеканалында эфирға сыҡты. Ул алып барыусының һорауҙарына яуап биреп, беҙҙең ниндәй предприятиеларҙың импортты алмаштырыуға әҙер икәнлеген һөйләне.

Хәбәрсе:

 – Башҡортостанда импортты алмаштырыу һәм тәьмин итеү үҙәген төҙөйҙәр, йәғни республика властары Көнбайыш сакциялары шарттарында урындағы етештереүселәргә яңы тәьминәтселәр табыуҙа ярҙам күрһәтмәксе. Үҙәктең төп бурыстары ниндәй?

Радий ХӘБИРОВ:

 –  Ысынлап та, әлеге мәлдә беҙ һәр предприятие менән аралашабыҙ, тәьминәт ҡыҫҡарған, техниканы хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан осраҡтарҙы теркәйбеҙ. Проблеманың кимәлен билдәләргә тырышабыҙ.

Импортты алмаштырыу проблемаһына беҙ 24 февралдән санкциялар индерелгәс  түгел, ә 2014 йылдан әҙерләндек. Унан тыш, республиканың бәғзе компаниялары –  эре юғары технологиялы эшкәртеүсе предприятиелар күптә  санкциялар аҫтында ине. Ул саҡта уҡ хәл аңлашылды: мәҫәлән, беҙҙең вертолеттарҙа йә украин, йә француз двигателдәре тора ине.  Әле иһә Башҡортостан предприятиелары үҙебеҙҙә двигателдәр эшләй.

Рәсәйҙең газ транспортлау системаһын алғанда,  унда газ ҡыуҙыра торған агрегаттарҙың  бер өлөшөн йә  Siemens фирмаһы, йә украин компаниялары етештерә ине.  Беҙ иһә тейешле ҡарар ҡабул итеп, хәрби авиация двигателен яраҡлаштырҙыҡ һәм уны “Газпром”дың  компрессор  станцияларына тапшырҙыҡ. Һүҙ  АЛ-31СТ приводы тураһында . Был йәһәттән беҙ  “Газпром” һәм Ростех етәкселегендә аңлау таптыҡ.

Ҡыҫҡаһы, беҙ был хәлгә ҙур әҙерлек эше алып барҙыҡ, мөмкин булғанды үҙебеҙҙә етештерә башланыҡ.

Ауыл хужалығы техникаһы тармағындағы хеҙмәттәшлеккә бер миҫал килтерәм.  John Deere, CLAAS кеүек һәм башҡа техника барлығын  беләбеҙ.  Әммә беҙҙең Петербург трактор заводы ла бар, унда бына тигән “Кировец” тракторҙары етештерелә. Ул ауыл халҡы араһында бик популяр. Шуға күрә беҙ урындағы  технологик, ремонт предприятиятиеларын йыйҙыҡ та, уларҙы “Кировец” майҙансығына алып барҙыҡ. Хәҙер иһә ошо машиналар  өсөн запас частарҙың барлыҡ технологик һыҙатын булдыра башланыҡ.

Иң мөһиме  – әгәр тейешле станоктар булмаһа, был осорҙа бер ниндәй ҙә  импортты алмаштырыу, технологик үҫеш  мөмкин түгел. Бер нисә йыл эсендә республикала станоктар етештереү тармағы тарҡалып барыуҙы туҡтатыуға өлгәштек. “Станоктар төҙөү” предприятиеһын ғына алайыҡ,  ике йыл элек ул ни бары ике генә станок һатҡан. Ә былтыр - 69 станок. Ошо ваҡыт эсендә күп  предприятиелар  тейешле станоктар һатып алды – сит илдекеләрҙен дә, Рәсәйҙекен дә.

Хәбәрсе:

 - Радий Фәрит улы, һеҙ станоктар төҙөү кеүек бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ. Һис шикһеҙ, был тармаҡ теләһә ҡайһы производствоның нигеҙен тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта беҙҙә станоктар етештереү генә етмәй, улар өсөн комплект частары ла кәрәк бит әле. Бының менән тәьминәт нисек?

Радий ХӘБИРОВ:

 –  Беҙҙең  предприятиелар техник хеҙмәтләндереү буйынса ауырлыҡ кисерә тигәйнем. Әлбиттә, әлеге ваҡытта мәсьәләне беҙ 100 процентҡа үтәй алмайбыҙ. Шуға ла нимә кәрәклеген тәүҙә анализларға тейешбеҙ.

Бына тигән мәғлүмәти системалар бар. Улар иҫәбендә  – ГИСП (Государственная информационная система промышленности) –  Сәнәғәт дәүләт мәғлүмәт системаһы.  Беҙҙең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы  уның менән күптән эшләй. Был системала Рәсәйҙәге предприятиелар етештергән продукция линейкаһы тулыһынса бар.  Башҡортостан унда 329 предприятиены һәм улар етештергән тауар ассортиментын  индерҙе. Әлеге ваҡытта федераль штаб, Хөкүмәт алдында торған төп бурыс – кемдә ниндәй тауар барлығын билдәләргә. Төбәк-ара бәйләнештәр бик мөһим. Беҙ күп кәрәк нәмәне үҙ илебеҙҙә табасағыбыҙға ышанам.

Әгәр табылмаһа, Азия баҙарынан ҡарай башлайбыҙ. Ошо арауыҡ эсендә Беларусь менән ярайһы ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр булдырҙыҡ. Уларҙа машиналар төҙөү тармағы ныҡ үҫешкән. Тракторҙар төҙөү, техник хеҙмәтләндереү буйынса проекттары бар. Шуға күрә коммуналь һәм башҡа махсус техниканы беҙ уларҙан һатып аласаҡбыҙ.

Станоктар төҙөүгә килгәндә, һыҙыҡ өҫтөнә алам: әлегә беҙ техник хеҙмәтләндереү менән ҡыйынлыҡтар кисерәбеҙ.  Мәҫәлән, лазерлы станок киң таралған. Әммә улар фәҡәт Көнбайыш Европаныҡы ғына түгел бит. Ҡытай, Корея станоктары ла бар. Шуға күрә, минең фекеремсә, әлеге ваҡытта иғтибарлы һәм әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт.

 Фото: bashinform.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: