Ауыл хужалығы йәрминкәһен баймаҡтар һәр саҡ көтөп ала һәм үҙҙәренә кәрәкле сифатлы ризыҡ-тауарҙы һатып ала. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповтың тәҡдиме менән йәрминкәләр хәҙер һәр аҙнаның шәмбеһендә үткәрелә. Был юлы шәмбе һәм ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләне.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәрминкәлә шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияһы һатыуға алып сыға. Ике яҡ өсөн дә отошло булған сауҙала күпселек ит (килограмы 350-450 һум), балыҡ (100-400 һум), картуф (биҙрәһе 350 һум), һөт ризыҡтары тәҡдим ителде. Шәхси ихатала мал көтөүселәр үҙҙәренең ит, һөт ризыҡтарын алып сыҡты. Мәҫәлән, Баймаҡтан эшҡыуар Л.Мастерованың ветаптекаһы үҙенең тауарҙарын сығарҙы. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек ҙур һорау менән файҙаланды, айырыуса итте күпләп һатып алдылар.
Ярылған утын, рулонлы бесән дә алырға мөмкин ине. Һуңғыһын Ғафури районынан алып килгәндәр, бер рулоны - 3 мең һум.
Баҙарға сығып, кемгәлер аҡса түләгәнсе, йәрминкәлә буш урын алып сауҙа итеү күпкә отошлораҡ. Көндәр йылыныу менән сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа бермә-бер артасаҡ. Сөнки халыҡҡа шикле сит ил продукцияһы түгел, ә сифатлы үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек кәрәк.
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.