Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2022, 21:00

Һаҡлауға һалынған аҡса өсөн ҡурҡырға кәрәкмәй

SWIFT системаһының туҡтатылыуы ябай кешеләргә ҡағылмаясаҡ. Был хаҡта республикалағы Милли банктың матбуғат хеҙмәтенән нимә тип хәбәр иттеләр? 

Һаҡлауға һалынған аҡса өсөн ҡурҡырға кәрәкмәй
Һаҡлауға һалынған аҡса өсөн ҡурҡырға кәрәкмәй

SWIFT системаһының туҡтатылыуы Башҡортостандың ябай кешеләренә ҡағылмаясаҡ. Һумдарҙа тупланып һаҡлауға һалынған аҡсаға бер ни ҙә янамай, тип хәбәр итте республика Милли банкының матбуғат хеҙмәте.

Ни өсөн?

Беренсенән. SWIFT түләү системаһы булып иҫәпләнмәй. Ул – мессенджер, уның ярҙамында төрлө ил банктары финанс мәғлүмәт тапшыра һәм ала. Уны бөтөрөү банктар өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, ләкин ил эсендәге операцияларға бер нисек тә йоғонто яһамай. SWIFT системаһының граждандар картаһы буйынса Рәсәй эсендәге операцияларға бер ҡыҫылышы ла юҡ.

Икенсенән. 2014 йылда Рәсәйҙә Түләү карталарының милли системаһы (НСПК) булдырылды. Уның ярҙамында бөтә операциялар, хатта халыҡ-ара карталар ҡулланып башҡарылғандары ла, SWIFT ҡатнашлығынан тыш уҙғарыла. Тимәк, хәҙер беҙ файҙаланған карталар Рәсәйҙә ҡәҙимге режимда эшләй: кешеләр һатып алыу өсөн түләй, картанан картаға аҡса күсерә, банкоматтарҙан файҙалана ала.

Өсөнсөнән. Шул уҡ йылда илебеҙҙә SWIFT системаһының альтернативаһы – Рәсәй банкының финанс хәбәрҙәрен тапшырыу системаһы эшләй башланы. Ул Рәсәй юридик шәхестәренә ил эсендә лә, унан ситтә лә финанс хәбәрҙәрен гарантиялы, өҙлөкһөҙ, тәүлек әйләнәһенә тапшырыуҙы тәьмин итә.

Башҡортостан ойошмалары ла финанс хәбәрҙәрен тапшырыу системаһына тоташа ала. Әлеге ваҡытта быны Федераль ҡаҙнасылыҡтың төбәк идаралығы һәм республиканың ПТБ банкы эшләне лә инде. Рәсәй банкының финанс хәбәрҙәрен тапшырыу системаһына тоташыу өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкка шәхсән йәки электрон почтаға мөрәжәғәт итергә кәрәк: [email protected]

Фото: legkovmeste.ru

#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: