Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2022, 14:00

Ҡайҙан, нисек эш табырға?

Рәсәйҙә эшен туҡтатҡан компания хеҙмәткәрҙәре менән ни булыр? Балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса өҫтәмә ярҙам булырмы?

Ҡайҙан, нисек  эш табырға?
Ҡайҙан, нисек эш табырға?

Нисек һәм ҡайҙан эш табырға? Башҡортостанда сит илдәр ҡатнашлығындағы предприятиелар эшен туҡтатты, ә хәҙер  хеҙмәткәрҙәргә ҡайҙа барырға? Иртәгә, 15 мартта, 15  сәғәттә  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәким ҡыҙы Иванова Башҡортостан Хөкүмәтенең “Бәйләнештә” рәсми битендә тура эфирҙа ошо һәм башҡа мәсьәләләргә яуап бирәсәк.

Сит илдәрҙең санкция баҫымы шарттарында дөрөҫ йүнәлеш табыуы анһат түгел. Кешеләр яңылыҡтар ағымына батҡан һәм ҡайҙа дөрөҫлөк,  ҡайҙа уйҙырма икәнлеген асыҡлауы ауырлашҡан мәл.

Рәсәйҙә эшен туҡтатҡан компания хеҙмәткәрҙәре менән ни булыр? Балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса өҫтәмә ярҙам булырмы?

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми битендә тура эфирҙа “Объясняем Башҡортостан” проекты һәм Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә  Ленара Иванова  сығыш яһаясаҡ. Был күптәргә кәрәк!

Эфирға һорауҙарығыҙҙы ошо пост аҫтында яҙырға мөмкин:


#бaшҡортостан #командаХабирова #правительствоРБ #правительстворазвития #Объясняем_Башкортостан #ОбъясняемРФ

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: