Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2022, 15:30

Эш артабан дауам итәсәк

Быйылғы йыл күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ, ләкин был эште туҡтатырға хаҡыбыҙ юҡ. Бөтә инструменттарыбыҙ ҙа яйға һалынған. Шуға күрә артабан тыныс һәм ышаныслы эшләйбеҙ, тигән фекерҙә Радий Хәбиров.   

Эш артабан дауам итәсәк
Эш артабан дауам итәсәк

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме индексы 105,1 процент тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә – 11-се, Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә уҙған йылдағы төбәктең инвестиция эшмәкәрлеге йомғаҡтары хаҡында беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

– Был юғары, лайыҡлы күрһәткес, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Аҡсалата сағылышта беҙ 400 миллиард һум психологик билдәне үттек. Инвестициялар күләме 419,3 миллиард һумға етте.

Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, һуңғы өс йылда республика инвестицияларҙы 31,3 процентҡа арттырған (ил буйынса – 9,4 процент).

2021 йылда инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһына бер нисә төп тармаҡ ҙур өлөш индерҙе. Улар – эшкәртеүсе сектор (10,2 процентҡа үҫеш), логистика өлкәһе (24,1 процентҡа), файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу (12,5 процентҡа), һыу менән тәьмин итеү; һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы һәм бысраҡтарҙы утилләштереү (2,2 тапҡырға үҫеш), сауҙа (37 процентҡа) һәм төҙөлөш (31,3 процентҡа).

Республиканың инвестиция портфеленең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү өсөн “Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге”нең төбәк проект штабы берҙәм юл картаһын әҙерләгән, ә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы потенциаль инвесторҙар базаһын ойошторған. Уларға 1 141 инвестиция тәҡдиме ебәрелде, 100-ҙән ашыу һөйләшеү һәм 37 кәңәшмә үткәрҙеләр. Был 400-гә яҡын яңы проектты ғәмәлгә ашыра башларға мөмкинлек биргән.

Дөйөм алғанда Башҡортостандың инвестиция портфелендә дөйөм суммаһы 1,3 триллион һумлыҡ 1 790 инвестиция проекты иҫәпләнә, улар ярҙамында 60 мең самаһы эш урыны булдырыласаҡ. 280 иң ҙур проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә.

2022 йылда дөйөм инвестиция күләме 211,7 миллиард һум тәшкил иткән һәм 7,6 мең эш урыны булдырған 55 өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырғандар.

Бюджет кредиттарын структураһын үҙгәртеү иҫәбенә инвестиция проекттары өсөн инфраструктура булдырыу – мөһим инструмент. 2022-2024 йылдарға республика бюджетынан алынған аҡсаның дөйөм күләме – 4,3 миллиард һум. Был аҡса дәүләт милке объекттарын төҙөүҙе финанслауға һәм инвесторҙарҙың инфраструктура объекттарын төҙөү буйынса сығымдарын компенсациялауға йүнәлтелә.

– 2021 йыл еңел булманы. Ләкин йылдан-йыл республикаға күберәк инвестициялар йәлеп итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Быйылғы йыл күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ, ләкин был эште туҡтатырға хаҡыбыҙ юҡ. Бөтә инструменттарыбыҙ ҙа яйға һалынған. Шуға күрә артабан тыныс һәм ышаныслы эшләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: