Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, республика кондитер изделиелары етештереүселәренең проблемалары булмаясаҡ, тип ышандыра: кондитер изделиелары рецептураһы башлыса локаль сеймалға нигеҙләнә, һәм республика етештереүселәрҙе үҙ сеймалы менән тулыһынса тәьмин итә.
Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда 94 махсуслаштырылған кондитер һәм 174 икмәк бешереү производствоһы кондитер изделиелары сығарған. Уларҙы сеймал менән урындағы етештереүселәр тәьмин иткән. “Ағымдағы йылда (2022 йылдың ғинуарына) ҡоро һөт һәм ҡаймаҡ, таҙартылған үҫемлек майҙары һәм башҡа аҙыҡ-түлек буйынса яҡшы үҫеш күҙәтәбеҙ”, - тип билдәләнеләр ведомствола.
"Башҡортостан – тауар балы етештереү буйынса алдынғы төбәк. 2021 йылда республикала 11 мең тоннанан ашыу бал етештерелде, шуның 6,1 мең тоннаһы – тауар балы, ул беҙгә Рәсәй субъекттары араһында тауар балын етештереү буйынса икенсе урынға сығырға мөмкинлек бирҙе ”, - тип һөйләне Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмас Ғәлимов.
Милли ризыҡ нигеҙендә эшләнгән үҙенсәлекле рецептар һөт һәм һөт ризыҡтарын, шәкәр, үҫемлек майын, балды ҡулланыуҙы күҙ уңында тота, шуға күрә кондитер изделиеларын етештереү ҡеүәтен һаҡлау йәһәтенән хәүефләнергә урын юҡ.
Рәсәй етештереүселәрендә лә барыһы ла яҡшы буласаҡ: Росстат статистикаһына ярашлы, Рәсәйҙә 4356 предприятие кондитер продукцияһы сығара. Эре һәм бәләкәй компаниялар, микропредприятиелар эске баҙарҙы шәкәрле кондитер изделиелары, шоколад, шоколадлы кондитер изделиелары һәм ондан бешерелгән кондитер изделиелары менән тәьмин итә. Производствола ҡулланылған сеймалдың күпселек өлөшө Рәсәйҙә етештерелә: он, шәкәр, һөт һәм һөт продукттары, май етерлек.
Климат үҙенсәлектәренә бәйле беҙҙә булмаған продукттар, мәҫәлән, какао Африка илдәренән индерелә. Әлеге мәлдә етештереүселәре альтернатив тәьминәтселәр эҙләй, әммә булған бәйләнештәрҙән баш тартырға йыйынмай. “Бөтә донъя какаоны ике илдән – Гананан һәм Кот-д’Ивуаренан һатып ала. Шуға күрә бөгөн Африка сеймалын Көньяҡ-көнсығыш Азияла үҫкән сеймалға алмаштырыу хаҡында һүҙ бармай. Шул уҡ ваҡытта кондитер компаниялары башҡа төрлө мөмкинлектәрҙе лә ҡарай. Шул иҫәптән Көньяҡ-көнсығыш Азиянан, Латин Америкаһынан сеймал (йәғни шоколад һәм какао) алған компаниялар ҙа бар”, - тип аңлатма бирҙе "АСКОНД" кондитер сәнәғәте предприятиелары ассоциацияһының башҡарма директоры Вячеслав Лашманкин.
Рәсәй Федерацияһында етештерелгән кондитер продукцияһы илебеҙҙән ситтә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана: 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, етештерелгән дүрт миллион тонна кондитер продукцияһының 20 проценты, шоколад һәм шоколад изделиеларының 30 проценты экспортҡа оҙатылған.
Фото: oteplicah.com
#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф