Хөкүмәттәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика өсөн мөһим тема күтәрелде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Ер аҫтын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында ер аҫтын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса доклад менән сығыш яһаны.
Билдәле булыуынса, был ведомство-ара комиссия Башҡортостан Башлығы указы менән былтыр 7 июндә булдырылды.
– Ошо ваҡыт эсендә беҙ бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ойошторҙоҡ, бер нисә намыҫһыҙ ер аҫтын файҙаланыусыны асыҡланыҡ, – тине Азат Бадранов. – Иң мөһиме - халыҡ менән ер аҫтын файҙаланыусылар араһында ышаныслы, аңлайышлы коммуникациялар төҙөнөк. Урындағы халыҡ һәм ресурстар сығарыусылар араһында аңлашылмаусанлыҡтар һиҙелерлек кәмене.
Башҡортостанда 2021 йылда республикала урынлашҡан карьерҙар реестры булдырылды. Улар араһында ғәмәлдәгеләре лә, рекультивация талап ителгәндәре лә бар. Азат Бадранов белдереүенсә, әлеге ваҡытта 355 карьер ғәмәлдә.
“Ташландыҡ, рекультивацияланырға тейешлеләр һаны – 96. Әлеге ваҡытта рекультивация менән шөғөлләнмәгән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға ҡарата дәғүә эштәре ғәмәлгә ашырыла”, – тине ул.
14 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, ундан ашыу дәғүә белдерелгән. Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылған.
– Учалы районында “Альтинвест”, “Баширемельресурс”, Баймаҡта “Таналыҡ”, “Граф” карьерҙары эшен туҡтатты, – тине Азат Бадранов.
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән, дөйөм алғанда, бер миллиард һумдан ашыу зыян килгәнен билдәләгән.
Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ПГС карьерын эшкәртеү туҡтатылған. Әлеге ваҡытта күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.
Шулай уҡ Азат Бадранов белдереүенсә, Башҡортостандың Финанс министрлығы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым буйынса ҡеүәтте асыҡлау буйынса саралар әҙерләй.
– Финанс министрлығы тейешле аналитик инструментарий әҙерләгән. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға һалым йыйыу буйынса бюджет килемдәренең үҫешен арттырыу йәһәтенән ҙур потенциал бар, – тине ул.
2019 йылда Башҡортостан буйынса дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым суммаһы 132,3 миллион һум, 2020 йылда – 167,6 миллион һум, ә 2021 йылда 173,9 миллион һум тәшкил иткән. “Был сик түгел”, – тип йомғаҡланы Азат Бадранов.
Ул комиссияның быйылға планлаштырылған эшмәкәрлеге тураһында ла әйтеп китте. Мәҫәлән, ҡар ирегәс һәм ҡырсынташ табыу миҙгеле башланғас, Иглин, Өфө райондарына күсмә тикшереү ойоштороласаҡ. Тап ошондай тикшереүҙәр арҡаһында Ҡырмыҫҡалыла өс предприятие лицензияһы туҡтатып торолған, икеһенеке бөтөнләй туҡтатылған.
Урал аръяғына килгәндә, бында ла Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡатламташ һәм төҙөлөш ташын табыу өлкәһендә ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге анализланған. Уларҙың лицензия талаптарын үтәү-үтәмәүе тикшерелгән.
Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларға ғәмәлдәге лицензиялар реестрына ярашлы, 2022 йылдың 31 ғинуарына ҡарата Урал аръяғы биләмәһендә (Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары) 39 лицензия буйынса 22 ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғы бирелде, шуларҙың һигеҙ лицензияһы – төҙөлөш ташы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм баһалау маҡсатында геологик тикшеренеүҙәргә. 2021 йылда эштәр 12 лицензия буйынса алып барылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның эш тәжрибәһен бөтә республикаға таратырға ҡушты.
– Ысынлап та, халыҡ араһында бәхәстәр кәмене, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе. – Был комиссия беҙгә ҡатмарлы юридик мәсьәләләрҙә тиҙ арала һөҙөмтәле ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә. Уның Иглин һәм Өфө райондарында карьерҙар эше менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә башлауы бик яҡшы.
Фото: "Башинформ".