Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Медстальконструкция” предприятиеһы тураһында яҙып сыҡты.
“Башҡортостан компанияларының импортты алмаштырыуҙа ҡатнашыуына йәнә бер миҫал – беҙҙең “Медстальконструкция” предприятиеһы. Ул Рәсәйҙә сит ил аналогтарынан бер яғы менән дә ҡалышмаған сифатлы медицина йыһазы һәм ҡорамалы етештереүселәрҙең береһен тәшкил итә. Өфөләге заводта медицина һәм акушерлыҡ карауаттары, оперция өҫтәлдәре, кушеткалар, гинекология креслолары, медицина консолдәре һәм башҡалар – 1350-нән ашыу төрҙәге кәрәк-яраҡ етештерелә.
Республикалағы барлыҡ дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары, ковид-госпиталдәребеҙ, хатта Коммунарка булараҡ танылыу яулаған Мәскәүҙең 40-сы ҡала клиник дауаханаһы Өфөлә етештерелгән мебель менән йыһазландырылған.
Хәҙер “Медстальконструкция” Мәскәү поликлиникаларын реновациялау программаһында ҡатнаша. Өфө компанияһының продукцияһы бөтә Рәсәй һәм сит илдәрҙең медицина учреждениеларына – БДБ, Яҡын Көнсығыш, Африка илдәренә оҙатыла.
Предприятие йыһаз һәм ҡорамалдың яңы моделдәрен эшләүҙән алып сериялы етештереүгә һәм ҡулланыусыға еткереүгә тиклем тулы цикл буйынса эшләй.
“Медстальконструкция” предприятиеһы эшендәге тағы бер мөһим йүнәлеш – һауаны зарарһыҙландырған бактерицид рециркуляторҙар етештереү. Коронавирус башланғас, бындай приборҙарға ихтыяж айырыуса ҙур. 2020 йылда илебеҙҙә һатылған һәр өсөнсө рециркулятор Өфөлә эшләнгән. Улар Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең медицина клиникаларында, офистарында һәм сауҙа биналарында ҡуйылған.
Хәҙер санкциялар шарттарында Өфө заводының медицина йыһаздарына һәм ҡорамалдарына ихтыяж тағы ла артасаҡ. Был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә яҡшы яңылыҡ. Артабан киттек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/wall413272232_769828
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_769828