Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2022, 17:45

Ауыл хужалығының киләсәге һанлы иҡтисадҡа ла бәйле

Быйыл Башҡортостанда агросәнәғәт комплексын һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүленәсәк. 

Ауыл хужалығының киләсәге һанлы иҡтисадҡа ла бәйле
Ауыл хужалығының киләсәге һанлы иҡтисадҡа ла бәйле

Һуңғы өс йылда Башҡортостан “Һанлы иҡтисад” милли программаһына ярашлы федераль бюджеттан 363 миллион һум алды. Республиканың ИТ-өлкәһен үҫтереү өсөн 2019 йылда - 90 миллион һум, 2020 йылда - 120 миллион һум, 2021 йылда 153 миллион һум йүнәлтелгән.

2022 йылда республикала агросәнәғәт комплексын һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүлеү күҙаллана. Кәм тигәндә ете ауыл хужалығы предприятиеһы, һанлы трансформация ойоштороуға ярашлы, федераль аҡса йәлеп итеү мөмкинлеген дә индереп, консультация, мәғлүмәт һәм методологик ярҙам аласаҡ.

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы “Һанлы иҡтисад” милли программаһын федераль кимәлдә тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын анализлай. “Һанлы иҡтисад” милли программаһы күрһәткестәренә өлгәшмәү хәүефенә комплекслы анализ үткәрергә һәм уны ағымдағы иҡтисади хәлгә яраҡлаштырырға кәрәк – ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко шундай йөкләмә бирҙе.

Шул уҡ ваҡытта ул, министрлыҡтың төп бурысы – бәләкәй ауылдарҙы интернетҡа тоташтырыу буйынса алған социаль йөкләмәләрҙе үтәү, тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләүҙе дауам итеү, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү һәм ойошмаларҙың ватан программалау тәьминәтенә күсеүен тиҙләтеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ил Хөкүмәте ИТ-тармаҡты үҫтерергә һәм инвестицияларға ниәтләй. ИТ-компанияларға ярҙам саралары комплексы эшләй башланы ла инде: грант ярҙамы, льготалы кредитлау, бер нисә төрлө һалым ташламаһы һәм башҡалар.

Бындай ҡарарҙар иҫәбендә – дәүләт мәғлүмәт системаларының ватан софтына күсеүе. Чернышенко Һанлы үҫеш министрлығына март аҙағына тиклем “Һанлы иҡтисад” милли программаһы һөҙөмтәләренә өлгәшмәү хәүефен кәметеү буйынса анализ һөҙөмтәләрен барлау һәм саралар күреү, шулай уҡ уның составына ингән федераль проекттарҙың паспорттарын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.

Фото: agrobase.ru  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: