INVESTRB.RU инвестиция порталының “Инвестиция потенциалы” ҡушымтаһындағы “Төбәк тураһында” бүлегендә республика Хөкүмәте башланғысы менән булдырылған дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары тураһында мәғлүмәт бирелгән.
"Инвесторҙар ҡатнашыуы өсөн асыҡ булған республиканың көнүҙәк башланғыстарын күрһәтеү маҡсатында беҙ инвестиция порталында “Проекттарҙың дәүләт-шәхси партнерлыҡ витринаһы” тигән айырым бит сығарҙыҡ", – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Бөгөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары витринаһына Иглинда, Зубовта, Стәрлетамаҡтың яңы биҫтәһендә поликлиникалар, өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионаттар, Өфө ҡалаһынан Көнсығыштан сығыу юлында яңы автомобиль юлы участкаһы һәм тағы бер нисә ҙур башланғыс ҡуйылған. Төҙөргә күҙалланған һәр объектта проект этаптары, һанлы күрһәткестәр, проекттың статусы һәм уның хоҡуҡи структураһы тураһында һүрәтләү мәғлүмәттәре бар.
“Дәүләт-шәхси партнерлыҡ” битендә дәүләт һәм бизнестың Башҡортостандағы торошо менән танышырға мөмкин. Бүлек инвесторҙар өсөн мәғлүмәт ресурсы булып тора, шулай уҡ уның ярҙамында консультация ярҙамы алырға, дәүләт-шәхси партнерлыҡ өсөн проект тәҡдим итергә мөмкин. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостандың файҙаланыуҙа уңайлы һәм бизнес өсөн асыҡ булған Инвестиция порталы төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуын, үҫешендә барған үҙгәрештәрҙең юғары динамикаһын күрһәтә, был туранан-тура һанлы иҡтисад булдырыу өсөн шарттар булдырыуға йоғонто яһай.
Текст һәм фото сығанағы: республика Хөкүмәте сайты.