Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2022, 21:00

Илшат Фәзрахманов: “Сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләме артырға тейеш”

Матбуғат конференцияһында бер төркөм хәбәрселәргә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Бүләкләнгәндәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Лилиә Нуретдинова ла бар.

Илшат Фәзрахманов: “Сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләме артырға тейеш”
Илшат Фәзрахманов: “Сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләме артырға тейеш”

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Рәсәй” телеканалының матбуғат үҙәгендә киләһе сәсеү компанияһына әҙерлек барышы, 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен ойоштороу тураһында һөйләне.

- Быйыл 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен үткәреү айырыуса мөһим булып тора. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгәндә ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе бер ергә йыйып, сәсеү кампанияһына старт биреп, һөйләшеп алыу файҙаға ғына. Күргәҙмә йыл һайын беҙгә ошондай мөмкинлектәр бирә. Быйыл ауыл хужалығы тармағы сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға тейеш, - тине Илшат Фәзрахманов.

Уның һүҙҙәрен “Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы”ның генераль директоры Альбина Килдеғолова ла ҡеүәтләне.

- Быйыл күргәҙмәлә 312 компания ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән вәкилдәр булыр тип планлаштырыла. Ҡытайҙан һәм Беларусь Республикаһынан делегациялар көтөлә. Рәсәй, республика крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе лә эшләйәсәк. 150-нән ашыу техника өлгөһө лә ҡуйыласаҡ. Пленар ултырышҡа Рәсәй кимәлендәге белгестәр саҡырылған, йылдағыса, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә көнүҙәк темаларға арналған кәңәшмәләр үтәсәк. Илдәге әлеге хәл күргәҙмә ойоштороуға ҡамасауламаны, киреһенсә, ҡатнашыусылар һаны күбәйҙе. Беҙҙең был сара ойошторолған көнөнән алып Рәсәй етештереүселәренә йүнәлтелгәйне. Шуға йылдар дауамында сит ил компанияларына иҫәп тотмайбыҙ, - тине Альбина Килдеғолова.

Күргәҙмә 22 – 25 мартта үтәсәк. Уны шулай уҡ онлайн-форматта ла ҡарарға була.

Матбуғат конференцияһы ваҡытында Илшат Фәзрахманов иң көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.

– Хәҙерге шарттарҙа сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙе тәү сиратта республика ихтыяждары өсөн арттырырға кәрәк. Төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә 100 процентҡа әҙер. Киләһе аҙна аҙағына планлаштырылған финанстарҙың 22 процентҡа тиклеме ауыл хужалығы етештереүселәренә еткереләсәк. Республика иген культуралары орлоғо менән 100 процентҡа тәьмин ителәсәк. Әлегә былтыр ҡоролоҡтан зыян күргән 16 районда орлоҡ юҡ, тик был аҙна – ун көн эсендә хәл ителә торған мәсьәлә. Техник культураларға килгәндә, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, сояның запасы 60 процентҡа тупланған. Ҡалған 40 процентты һатып алырға кәрәк. Аграрийҙар шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителә. 90 мең тонна минераль ашлама һатып алырға кәрәк буласаҡ. Был йәһәттән аграрийҙарға 20 миллиард һум аҡса талап ителә, — тине Илшат Фәзрахманов.

Рәсәй Хөкүмәте илдән шәкәр, бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы 31 авгусҡа тиклем тыйҙы. Был йәһәттән Илшат Фәзрахманов үҙ фекерен әйтте:

– Илдә шәкәр ҙә, бойҙай ҙа етерлек. Был сара эске баҙарҙа тотороҡлолоҡ булһын, хаҡ күтәрелмәһен өсөн кәрәк. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә бойҙайҙың хаҡы 500 долларға тиклем етте. Эске баҙар тотороҡло, бойҙайға хаҡ килограмына 20 һумдан артмай. Дизель яғыулығына хаҡ төшә, әгәр был дауам итһә, быға ҡыуанырбыҙ ғына. Әле Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары келәттәрендә 40 мең тонна шәкәр бар. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙанын арттырасаҡбыҙ. Был ике заводтың ҡеүәте көслө: 1 миллион 950 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә алалар. Ихтыяж булғас, йәрминкәләргә һатыуға шәкәр сығарыуҙы һораныҡ. Ике көн эсендә алты тонна шәкәр һатылған. Беҙ аҙна һайын ошондай һатыуҙар ойошторорға әҙер, әммә һуңынан етештерелгән шәкәр кемгә кәрәк буласаҡ? Әле емеш-еләк мәле лә етмәгән!

Матбуғат конференцияһында ауыл хужалығы тармағын әүҙем яҡтыртҡан матбуғат баҫмаларынан бер төркөм хәбәрселәргә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Лилиә Нуретдинова ла бар.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: