Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2022, 17:55

Рәсәйҙә дарыуҙар баҙарын нимә көтә?

Беҙҙең дарыуханаларҙағы барлыҡ дарыуҙар ҙа сит илдә етештерелмәгән – уларҙың күпселеге Рәсәйҙә эшләнә.

Рәсәйҙә дарыуҙар баҙарын нимә көтә?
Рәсәйҙә дарыуҙар баҙарын нимә көтә?

Рәсәйҙә дарыуҙар баҙарын нимә көтә? Һатыуҙан препараттар юғалмаҫмы? Ошондай һорауҙар күптәрҙе борсой. Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерәбеҙ.

Беҙҙең дарыуханаларҙағы барлыҡ дарыуҙарҙа сит илдә етештерелмәгән – уларҙың күпселеге Рәсәйҙә эшләнә. Препараттарҙың 119-ы Өфөләге “Фармстандарт-УфаВИТА” заводында етештерелә. Шулай уҡ халыҡ-ара фармкомпаниялар ҙа беҙҙең илгә дарыуҙар индереүҙән баш тартманы. Ошо хаҡта “АСТЕЛЛАС” (Япония) компанияһы вәкиллеге башлығы Виктор Феркович аңлатты (Объясняем.рф ):

– “АСТЕЛЛАС” компанияһы Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә онкология, трансплантология, урология, диабет һәм башҡа мөһим дауалау йүнәлешендәге алдынғы дауалау алымдарын  индереү менән шөғөлләнә. Әлегә ниндәйҙер фармацевтика компанияһы Рәсәй баҙарынан үҙенең китергә теләүе хаҡында белдереүе тураһында ишетмәнем. “АСТЕЛЛАС” - донъяуи компания һәм беҙ ҙә компанияның Рәсәй баҙарындағы эшмәкәрлегенә ҡарата үҙенең планын үҙгәртеүен күрмәйбеҙ. Беҙ Рәсәй пациенттары, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре алдында яуаплылыҡ тоябыҙ һәм артабан да эшләйәсәкбеҙ.

Фото: скриншот. 

#Объясняем_Башкортостан #ОбъясняемРФ

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: