Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты.
“2021 йыл йомғаҡтары буйынса миграцияның дөйөм үҫеше 14 879 кеше тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн, 2020 йылда 4956 кешегә кәмеүен теркәгәйнек.
Уҙған йыл уртаһында һуңғы һигеҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр ыңғай динамиканы күрҙек. Республикабыҙҙан ситкә аҙыраҡ китә башланылар, ҡасандыр аҡса эшләргә киткәндәр, шул иҫәптән Себерҙә йәшәгәндәр ҙә кире ҡайта. Сит илдәрҙән ҡайтҡан ватандаштарыбыҙҙың иҫәбе арта. Республикабыҙҙа йәшәгән һәр кешенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Кешеләр беҙ улар өсөн булдырған перспективалар артынан ҡайта. Етди инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырабыҙ, айырым иҡтисади зоналар һәм йылдам үҫеш биләмәләре булдырабыҙ, заводтар төҙөйбөҙ, яңы технопарктар асабыҙ. Һеҙҙең менән бергә уңайлы мөхит булдырабыҙ, ихаталарҙы, парктарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерәбеҙ – был беҙҙең төбәккә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан вуздарына уҡырға килгән студенттар күбәйә. Был да ҙур эш һөҙөмтәһе – һуңғы өс йылда республика уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыуға өлгәштек. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге проектын ҙур киләсәк көтә.
Барыһына ла уңыштар теләйем! Алға, Башҡортостан!” - тигән ул.
Фото: https://vk.com/wall413272232_770431