Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2022, 21:30

Apple “Мир” картаһын түләү алымдарына өҫтәне

Интернетта Apple компанияһының Рәсәйҙә тулыһынса эшмәкәрлеген туҡтатыуы, шул иҫәптән Apple Pay түләү системаһының сикләнеүе тураһында мәғлүмәт таралғайны. Был - ялған хәбәр. Ошо хаҡта аңлатма бирәбеҙ.

Apple “Мир” картаһын түләү алымдарына өҫтәне
Apple “Мир” картаһын түләү алымдарына өҫтәне

Интернетта Apple компанияһының Рәсәйҙә эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатыуы, шул иҫәптән Apple Pay түләү системаһының һәм башҡа хеҙмәттәрҙең сикләнеүе тураһында мәғлүмәт таралды. Войнасфейками.рф порталы был хәбәрҙең ялған булыуы хаҡында белдерҙе.

Системаның эшмәкәрлеге сикләнеүе хаҡында хәбәр итеүгә ҡарамаҫтан, Apple телефон аша түләү алымдарын ҡалдырҙы, шулай уҡ “Мир” картаһы ярҙамында Apple Pay менән файҙаланыу мөмкинлеге лә бар.

Был турала мәғлүмәт компанияның рәсми сайтында (https://support.apple.com/ru-ru/HT202631) ҡуйылды, уны клиенттарҙың һорауҙарына яуап биргән техник хеҙмәтләндереү тармағы ла (https://t.me/smmrus/6255) раҫланы.

Компанияның сайтында түләү алымдары хәҙер түбәндәгесә бирелгән:

- Apple Pay;

- күпселек кредит һәм дебет карталары;

- хеҙмәтләндергән операторҙар аша мобиль телефон иҫәбе;

- App Store һәм iTunes бүләк карталары менән түләгәндә Apple ID иҫәбендә ҡалған аҡса;

- “Мир” түләү системаһы карталары.

Рәсәйҙең “Мир” түләү системаһы карталары штатлы режимда Mir Pay, SberPay, Apple Pay һәм Samsung Pay ситтән тороп түләү сервистарында ғәмәлдә.

Фото: profile.ru

#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: