Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2022, 15:50

Етештереүселәрҙе эшлекле осрашыуға саҡыралар

Сара сауҙа селтәренә үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең тауарын сығарыуға арнала.

Етештереүселәрҙе эшлекле осрашыуға саҡыралар
Етештереүселәрҙе эшлекле осрашыуға саҡыралар

23 мартта Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм “Башҡортостан продукты” проекты республика етештереүселәре өсөн “Тәьминәтсе көнө” сауҙа-һатып алыу конференцияһын ойоштора. Сара “Агрокомплекс-2022” күргәҙмәһе нигеҙендә үткәрелә.

– Бизнес-осрашыуҙар төбәк предприятиелары менән ритейл белгестәренең үҙ-ара эш итеүендә ҡулай алымды тәшкил итә. Сауҙа-һатып алыу конференцияларында эшлекле аралашыу юғары һөҙөмтәлелеккә һәм практик әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Конференция етештереүселәргә продукция менән тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөү, тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеген бирә. Сараның маҡсаты – федераль һәм төбәк сауҙа селтәренә республика етештереүселәренең тауарын сығарыу тураһында һөйләшеүҙәр үткәреү.

Конференцияла ритейл менән хеҙмәттәшлек шарттарын тикшереү, сауҙа селтәрҙәренең тауарға талаптарын асыҡлау, сауҙа компанияларындағы менеджерҙар менән һөйләшеүҙәр ойоштороу күҙаллана. Сарала ҡатнашыу бушлай.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: