25 – 27 мартта Нуриман районында “Вruderfest-Navruz” гастрономия фестивале үткәрелә. Унда Башҡортостан, Рәсәй, Европа һәм Америка милли аш-һыуҙары менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Байрам барышында “Ваҡиғалы һәм гастрономия туризмы үҫеше” ғилми-ғәмәли конференцияһы ойоштороласаҡ. Унда власть һәм бизнес вәкилдәренең яңы иҡтисади ысынбарлыҡта гастрономия туризмы үҫеше, сауҙа өлкәһе ижтимағи ойошмаларының роле һәм башҡалар хаҡында һөйләшәсәктәр. Бынан тыш, илдең исем-шәрифтәре күптәргә билдәле булған шеф-ашнаҡсыларынан оҫталыҡ дәрестәре, “Алтын буфет” Башҡортостан продукцияһын етештереүселәр күргәҙмәһе, туҡланыу һәм ҡунаҡхана индустрияһы өлкәләрендә милли премия финалы буласаҡ.
“Кил бухтаһы” тип исемләнгән клубта “КАША” шиз-оркестры, диджей Данил Фиш сығыш яһаясаҡ.
Фото: sovietpostcards.org