Башҡортостан төбәк етештереүселәренең тауарҙарын Евразия иҡтисади союзы илдәре баҙарына сығарыу эше дауам итә. Бөгөн Нур-Солтан ҡалаһында асылған XVII “AgriTek & FarmTek Astana 2022” халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһе барышында Башҡортостан Республикаһы стенды ойошторолдо.
Унда Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең материалдары һәм тауарҙары ҡуйылған. Атап әйткәндә, “Агрогрант”, “Башҡортостан Бройлеры” идарасы компанияһы, “Дуҫтар” сауҙа йорто”, “ЗМК”, “Каскад”, “Көньяҡ Урал үлсәү ҡорамалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең мәғлүмәт материалдары ҡуйылған.
Стендты Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамында республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған.
Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстандағы вәкиле Урал Аҙнабаев ҡаҙаҡ бизнес-берләшмәһе вәкилдәре менән мәғлүмәти эш алып барған. Ҡаҙағстандың ике тиҫтәгә яҡын предприятиеһы республика предприятиелары менән берлектә B2B форматында ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдергән.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55262
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.