Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2022, 16:45

Яңауылдар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Ошо көндәрҙә район фермерҙары Алмас Фәтхуллин менән Гөлназ Камалова етәкләгән хужалыҡтар үҙҙәренең яҙғы сәсеүгә әҙерлек торошо менән таныштырған. 

Яңауылдар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Яңауылдар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Яңауыл районы республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашып, климат йәһәтенән үтә ыңғай шарттарға эйә төбәк һаналмаһа ла, йылдың-йылы ауыл хужалығы эштәрен ойошҡанлы атҡарып, мул уңыш үҫтереп алырға тырыша.

Ошо көндәрҙә төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында тракторҙарҙы техник йәһәттән тикшереү башланды. Был эште фермерҙар ҡарамағындағы техниканан башлағандар. Ошо көндәрҙә район фермерҙары Алмас Фәтхуллин менән Гөлназ Камалова етәкләгән хужалыҡтар үҙҙәренең яҙғы сәсеүгә әҙерлек торошо менән таныштырған.

Әйткәндәй, Яңауыл фермерҙары ауыл хужалығы кооперативтары һәм йәмғиәттәре менән бер рәттән йылдың-йылы район үҫтереп алған уңышҡа тос өлөш индереп килә. Мәҫәлән, Иҫке Ҡоҙаш ауылынан Алмас Фәтхуллин ҡырсылыҡ эшен фәнни нигеҙҙә алып барыуы менән танылған, уға тәжрибә уртаҡлашырға тыуған районынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә киләләр.

- Бөтә техника төҙөк торошта, фермерҙар техник тикшереүҙе яҡшы үтте, - тип билдәләне район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Илдар Ғарифйәнов.

Артабан был эш башҡа хужалыҡтар буйынса ла дауам итәсәк.

Фотола: Яңауыл фермеры Алмас Фәтхуллин улы менән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: