Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2022, 10:00

Яңы шарттарға ҡулайлашабыҙ

"Башҡортостанда "Ростех"тың предприятиелары система барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар исемлегенә индерелгән, һәм, әлбиттә, беҙ уларҙы тыуыу ихтималы булған проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ", - ти Радий Хәбиров.

Яңы шарттарға ҡулайлашабыҙ
Яңы шарттарға ҡулайлашабыҙ

Кисә кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырҙы. Мәскәүҙә “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән ведомство-ара комиссия ултырышы үткәрелгән.

“Яңы ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков һәм Дәүләт корпорацияһының башҡа етәкселәре менән предприятиеларыбыҙҙың артабанғы эшен тикшерҙек.

Беҙ бик ҡатмарлы осорға аяҡ баҫабыҙ, юғары технологиялы ҡорамалдар, комплектлаусы материалдар менән тәьмин итеү буйынса ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Башҡортостанда "Ростех"тың предприятиелары система барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар исемлегенә индерелгән, һәм, әлбиттә, беҙ уларҙы тыуыу ихтималы булған проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Беҙ уларҙың финанс-иҡтисади хәлен күҙәтәбеҙ һәм һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. 2022 йылға ҡуйылған бөтә йөкләмәләрҙе һәм пландарҙы һаҡлау мөһим, бер инвестиция программаһы ла туҡталып ҡалырға тейеш түгел.

Былай ҙа һуңғы йылдарҙы иҡтисадыбыҙ санкциялар аҫтында үткәрҙе һәм беҙ күп нимәгә өйрәндек. Коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Һөҙөмтәлә беҙҙә импортты алмаштырыу кеүек ҡатмарлы бурысты атҡарып сыҡҡан предприятиелар бар.

Төп ҡаҙаныштарҙың береһе – “Ростех” һәм “Газпром” булышлығында сит ил ҡорамалдарына алмашҡа килгән газ һурҙырыу агрегаттарын етештереүҙе яйға һалдыҡ. Бер нисә йыл эсендә республикала сифатлы юғары технологиялы станоктар етештереүҙе тергеҙә алдыҡ, уларҙы беҙҙең “Станоктар эшләү” ғилми-етештереү берекмәһе сығара.

Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергәләп эшләйәсәкбеҙ, барлыҡ һынауҙарҙы ла мотлаҡ йырып сығасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: