Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников аңлата:
- Биш кешегә тиклем эшселәре булған предприятиелар 2022 йылдың 1 июленән «АУСН-онлайн» яңы һалым режимына күсә ала. Уның ярҙамында бәләкәй ойошмалар өсөн отчетты һалым хеҙмәте үҙе әҙерләй.
Хөкүмәт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һалымына ҡағылған бер нисә ҡарар ҡабул итте. Мәҫәлән, беренсе уҡыуҙа федераль ҡанун проекты раҫланған. Уның буйынса һалымды ваҡытында түләмәгән өсөн пеня күләмен ике тапҡырға кәметеү ҡаралған. Шулай уҡ 2023 йылға күсемһеҙ милекккә һалым күләмен 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата билдәләгән кадастр хаҡы буйынса ҡалдырырға тәҡдим ителгән.
Туҡланыу, туризм, мәҙәниәт, спорт, сауҙа, көнкүреш хеҙмәттәре, эшкәртеү-етештереү, ҡунаҡхана бизнесы предприятиелары, шул иҫәптән ябайлаштырылған һалым системаһын ҡулланғандар ҙа банктарға алты айға тиклем кредит каникулын юллап мөрәжәғәт итә ала.
Фото pegast.ru