Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2022, 11:00

Халыҡты социаль яҡлау саралары көсәйтелә

Яҡын арала хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен, йәшәү минимумы дәүмәлен, бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын, бөтә социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пенсияларҙы арттырыу ҡараласаҡ.

Халыҡты социаль яҡлау саралары көсәйтелә
Халыҡты социаль яҡлау саралары көсәйтелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил төбәктәренә социаль-иҡтисади ярҙам итеү буйынса кәңәшмәне асҡанда ошо хаҡта белдерҙе.

“Хаҡтарҙың артыуының кешеләрҙең килеменә нисек тәьҫир итеүен аңлайым. Шуға күрә, пособие һәм пенсияларҙы ла индереп, яҡын арала бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен (МРОТ), шулай уҡ бюджет өлкәһендә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ,”– тине дәүләт етәксеһе.

Ул Хөкүмәткә был эштәрҙең теүәл параметрҙарын иҫәпләргә ҡушты. “Шуны ла билдәләйем: әлеге ябай булмаған хәлдә лә йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙгә ярлылыҡ кимәлен һәм социаль тигеҙһеҙлек кимәлен кәметеүгә өлгәшергә кәрәк. Был - хатта бөгөн дә тормошҡа ашыра алырлыҡ бурыс,”–тип өҫтәне Президент.

Владимир Путин Министрҙар Кабинетын һәм төбәктәрҙе ошо бурысты үтәүҙә тупланырға саҡырҙы һәм уның “иҡтисади йөкмәткегә эйә булыуынан тыш, социаль ғәҙеллек мәсьәләһе” булыуын  да өҫтәне. Дәүләт етәксеһе Хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эштәрен юғалтҡан кешеләргә ярҙам саралары тәьҫирлеген анализларға ҡушты. Президент билдәләүенсә, бындай сараларҙы киңәйтергә тура киләсәк, шул иҫәптән, социаль контракт механизмы иҫәбенә.

Фото: ТАСС

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: