Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март , 12:40

“Ике йыл элек һүҙ биргәйнек”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә видеояҙма һалды.

“Ике йыл элек һүҙ биргәйнек”
“Ике йыл элек һүҙ биргәйнек”

“Республиканың ҙур инфраструктура проектында – Өфөнән М5 «Урал» трассаһына Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙә эштәр дауам итә.

Объектҡа бөтәһе 2489 кеше һәм 357 берәмек техника һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Беҙ төҙөлөштө 2020 йылдың 1 февралендә башланыҡ - хәтерегеҙгә төшөрәм, бик оҙайлы тәнәфестән һуң. Әле Көнсығыш сығыу юлы 38 процентҡа әҙер. Төҙөүселәр күперҙең тороҡ конструкцияһының беренсе этабын тамамланы, Көньяҡ һәм Төньяҡ автомобиль юлдары тоннелдәрендә тау эштәре һәм башҡалар – барыһы ла графикка ярашлы үткәрелә. Темпты кәметмәйбеҙ.

Яҡын арала нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, проекттың хаҡын ҡайтанан тикшерергә кәрәк, әлеге шарттарҙа ул төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуы сәбәпле эш ҡиммәтләнәсәк. Икенсенән, кәрәкле материалдарҙы өҙлөкһөҙ килтереүгә өлгәшергә. Хәҙер республика Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләй – Рәсәй етештереүселәренең илдең ҙур инфраструктура проекттары өсөн төҙөлөш материалдарын билдәле бер хаҡтар буйынса ебәреү мөмкинлеген ҡарауын һорайбыҙ. Хәл итергә кәрәк булған башҡа мәсьәләләр ҙә бар.

Көнсығыш сығыу юлының тарихы оҙон, ябай түгел, әммә ул – республика һәм баш ҡала өсөн бик мөһим объект. Беҙ Өфө йылғаһы аша тоннель һәм күпер генә төҙөмәйбеҙ – етди проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Транзит ағымдарын алып китеп, ҡаланың төп транспорт артерияларын бушатабыҙ. Быға тиклем транспорт насар йөрөүе сәбәпле үҫеше тотҡарланған Өфө аръяғы тип йөрөтөлгән төбәккә тура сығыу мөмкинлеге алабыҙ. Ике йыл элек төҙөлөш эштәрен ҡайтанан башлағанда, беҙ үҙебеҙгә эште башҡа туҡтатмаясаҡбыҙ тип һүҙ биргәйнек".

Фото skyscrapercity.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в