Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2022, 12:30

Төбәктәргә ярҙам буласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктәргә социаль-иҡтисади ярҙам сараларына арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Төбәктәргә ярҙам буласаҡ
Төбәктәргә ярҙам буласаҡ

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәргә социаль-иҡтисади ярҙам сараларына арналған видеокәңәшмә үткәрҙе. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Ил Башлығы сит илдәрҙең санкциялар баҫымына Рәсәй уңышлы ҡаршы торасағына оло ышаныс белдерҙе.

- Рәсәйҙең эшҡыуарлыҡ йәмғиәтенә оло рәхмәтемде еткерәм, шулай уҡ банк һәм ойошмалар, хеҙмәт коллективтарына, сөнки улар санкция ҡыҫыуҙарына эффектлы яуап биреп кенә ҡалмай, ә беҙҙең ил иҡтисадының артабанғы үҫешенә оло нигеҙ һала,- тине Владимир Путин. - Айырым Хөкүмәтте, Рәсәй Банкын, Федерация субъекттары башлыҡтарын, төбәк һәм муниципаль командаларҙы билдәләп үтер инем. Бөгөнгө ауыр ваҡытта һеҙ үҙегеҙҙең алдығыҙҙа торған бурыстарҙы яуаплы атҡараһығыҙ.

Рәсәй Президенты ил иҡтисадының төп йүнәлештәрен билдәләне.

- Беҙ үҙебеҙҙең технологик, фәнни суверенитеттарҙы нығытасаҡбыҙ, ауыл хужалығы, сәнәғәт, торлаҡ төҙөлөшө, инфраструктураны үҫтереүгә өҫтәмә ярҙам буласаҡ, тиҙ үҫешеүсе халыҡ-ара баҙар шарттарында тышҡы бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеү буйынса эш алып барыласаҡ. Йәшермәйем, иҡтисадтың үҙгәрештәр мәлендә еңел булмаясаҡ, хаҡтарҙың күтәрелеүе лә, инфляция, эшһеҙлек тә булыуы ихтимал. Ошо ваҡытта беҙҙең төп бурыс- тап шуларға юл ҡуймау.

Билдәле буйынса, республикала көрсөккә ҡаршы штаб булдырылды.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: