Эйе! Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәрҙең килеме 30 процентҡа кәмеһә, улар кредит каникулдарын алырға хоҡуҡлы.
Кредит буйынса түләүҙәр ярты йылға тиклем кисектерелә. Был осраҡта штрафтар булмаясаҡ һәм кредит тарихы боҙолмай. Әммә льготалы осор ваҡытында проценттар иҫәпләнә.
Кредит каникулдары 2022 йылдың 1 мартына тиклемге килешеүҙәргә ҡағыла:
*300 мең һумға тиклемге ҡулланыусы кредиттар
* 3-6 млн һумлыҡ ипотека кредиттары
* 700 мең һумға тиклемге автокредит
Кредит каникулдарын алдараҡ тамамларға мөмкин. Бының өсөн банкка йәки микрофинанс ойошмаға 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: дизайн-ногтей-фото.рф
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан