Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2022, 14:50

Ҙур төҙөлөш нисек бара?

"Ҡариҙел йылғаһы аша тоннель һәм күпер генә төҙөп ҡалмайбыҙ, беҙ етди проблемаларҙы хәл итәбеҙ".

Ҙур төҙөлөш нисек бара?
Ҙур төҙөлөш нисек бара?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы төҙөлөшөн тикшерҙе.

– Көнсығыш сығыу юлының тарихы оҙон, ябай түгел, әммә был - республика һәм баш ҡала өсөн бик мөһим объект. Ҡариҙел йылғаһы аша тоннель һәм күпер генә төҙөп ҡалмайбыҙ – беҙ етди проблемаларҙы хәл итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Әле объект 38 процентҡа әҙер. Төҙөүселәр күперҙәге тороҡ конструкцияһының беренсе этабын тамамлаған, таяуҙар һалыуҙы, Көньяҡ һәм Төньяҡ автомобиль юлдары тоннелдәрендә ҡаҙыу эштәрен дауам итә. Бында 2489 кеше, 357 берәмек техника һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Эш график буйынса бара.

– Яҡын арала ниндәй бурыстар тора? Беренсенән, проекттың хаҡын ҡайтанан тикшерергә кәрәк, әлеге шарттарҙа ул төҙөлөш материалдарына хаҡтың артыуы арҡаһында ҡиммәтләнәсәк. Икенсенән, кәрәкле материалдар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә өлгәшеү шарт. Әле республика Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләй – Рәсәй етештереүселәренең ҙур инфраструктура проекттары өсөн төҙөлөш материалдарын хаҡын арттырмайынса һатыуын һорайбыҙ. Беҙ хәл итергә тейешле башҡа мәсьәләләр ҙә бар. Темпты кәметмәйбеҙ. Баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлын, күҙаллағанса, 2023 йыл аҙағына – 2024 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырабыҙ, – тине республика Башлығы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: