Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2022, 20:15

Йәнә ярҙам саралары хаҡында

Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Йәнә ярҙам саралары хаҡында
Йәнә ярҙам саралары хаҡында

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында ҡаралған мәсьәләләр тураһында яҙҙы.

“Рәсәй Үҙәк банкының төп ставкаһын күтәреүгә бәйле предприятиеларҙа кредиттар буйынса процент йөкләмәһе артты. Беҙ уны субсидиялай башлайбыҙ. Сәнәғәт секторы иҡтисадыбыҙҙың 40 процентын тәшкил итә һәм беҙгә предприятиеларға ярҙам итергә, сығарылған продукцияға хаҡтың артыуын кәметергә кәрәк.

Шулай уҡ республика Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға льготалы займдар бирәбеҙ. Сығымдарҙы өлөшләтә ҡапларбыҙ. Бөгөн беҙ Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында яҡынса ошондай ярҙам сараларын күрһәтергә булдыҡ.

Әле федераль кимәлдә Рәсәй иҡтисадында системаны тәшкил иткән ойошмалар исемлеге төҙөлә, уларға ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Был исемлеккә 42 ҙур предприятиебыҙ инде, тағы ла 10 предприятиены индереү өсөн ғариза әҙерләйбеҙ.

Импортты алмаштырыу йәһәтенән төбәк кимәлендә лә, федераль кимәлдә лә әүҙем эш алып барыла. Рәсәйҙә махсус сервис, етештереүселәрҙең үҙенсәлекле бәйләнештәр һәм компетенциялар биржаһы эшләй башланы, бөгөн системала беҙҙең 329 сәнәғәт предприятиеһы теркәлгән. Һәм уларҙың һаны арта бара.

Мәҫәлән, Ишембай һәм Салауат катализаторҙары илдең нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары өсөн Америка, Германия продукцияһын алмаштырасаҡ. Сәнәғәт двигателдәре етештереү буйынса яңы производствоны сафҡа индерҙек. Ул "Газпром"дың бөтә газ транспорты системаһында газ һурҙырыу агрегаттарын йыһазландыра.

Хәҙер үҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж арта, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы яңы онлайн-сервис аса. Уның ярҙамында заказсылар тауар һатып алыуға ихтыяждарын белдерә, ә тәьминәтселәр өҫтәмә сығымһыҙ, килешеүҙәрһеҙ, аралашсыһыҙ, хаҡтар буйынса тәҡдимдәрен һәм аналогтарын ебәрә ала.

“Импортты тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу” үҙәге дүшәмбенән эшен башлай. Әммә кәрәкле импорт тауарына ғариза биреү өсөн һылтанма (https://investrb.ru/iz) әле үк асылған.

Яңы механизмдар һәм ҡарарҙар ярҙамында яңы ысынбарлыҡҡа тиҙерәк яраҡлашып, башҡа дәүләттәрҙән бойондороҡһоҙ буласаҡбыҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_156

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_156

Йәнә ярҙам саралары хаҡында
Йәнә ярҙам саралары хаҡында
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: