Тәбиғәттә лә, хеҙмәт баҙарында ла бушаған урындарға яңылары килеүсән, йәмғиәт ҡанундары шулай. Ҡайһы берәүҙәрҙең күнегелгән “Макдоналдс” тың Рәсәй баҙарын ташлап китеүенә бер аҙ борсолоуын аңлайбыҙ, айырыуса йәштәр тиҙ туҡланыу продукттарына өҫтөнлөк бирә, уларҙы уңайлы хеҙмәтләндереү сервисы ла йәлеп итә.
Яңыраҡ “Роспатент” ойошмаһы “Дядя Ваня” тауар билдәһенә “Макдоналдс” тиҙ туҡланыу ресторандары селтәренә оҡшаш ойошма асыуға заявка алды. Яҙма ведомство сайты реестрында теркәлгән. “Дядя Ваня” логотибы ҡыҙыҡлы эшләнгән. Ҡыҙыл фондағы кириллица нигеҙендәге “В” хәрефе америка брендының әйләндереп ҡуйылған билдәһен хәтерләтә. Әле заявка экспертиза үтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Макдоналдс” Рәсәй биләмәһендә 14 марттан эшмәкәрлеген туҡтатты. Өфөлә әлеге ваҡытта ресторандар эшләүен дауам итә, урындағы бизнесмендарҙың сит ил фастфудына алмашҡа үҙ пландары бар.
Фото: Рәсәй интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт реестры.