Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март 2022, 13:15

“Үҙебеҙҙекеләргә ҙур мөмкинлектәр асыла”

Президент санкция шарттарында Хөкүмәткә халыҡҡа ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты.

“Үҙебеҙҙекеләргә ҙур мөмкинлектәр асыла”
“Үҙебеҙҙекеләргә ҙур мөмкинлектәр асыла”

Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ халҡын яҡлау һәм социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, төбәк башлыҡтары ауыр хәлдә ҡалған граждандарға адреслы ярҙам күрһәтергә, социаль хеҙмәттәрҙе һаҡлап ҡалырға, көнкүреш объекттарының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле тауарҙарға хаҡтарҙы тотороҡло тотоу, даими күҙәтеп барыу иғтибарға алына. Хеҙмәт баҙарындағы хәл дә күҙәтеүҙә була.

Владимир Путин санкциялар шарттарында Хөкүмәткә халыҡҡа ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты. Бизнесты үҫтереү, эшһеҙлекте кәметеү, кредит каникулын булдырыуға баҫым яһала. Һуңғы йылдарҙа донъя сәйәсәтендә, иҡтисадында көнбайыш илдәр өҫтөнлөк итте. Улар үҫеш юлында булған илдәргә көсләп таҡҡан иҡтисад моделе бөгөн шик тыуҙыра.

Ошо хәл буйынса иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгировтың фекерен белештек.

– Әлеге үҙгәрештәр халҡыбыҙ өсөн бик мөһим. Ул беҙгә уңышҡа, уңайлылыҡҡа юл асасаҡ. Сит ил компаниялары илебеҙ баҙарында күп урын ала, беҙҙең эшҡыуарҙар икенселә ҡала ине. Хәҙер Президентыбыҙҙың ошо аҙымдары арҡаһында беҙҙекеләргә юл асыла. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға өҫтөнлөк бирелер тип ышанам. Яңы эш урындары, инвестициялар барлыҡҡа киләсәк. Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы күберәк алыр инек. Ҡыҫҡаһы, ҙур мөмкинлектәр асыла. Ауылда йәшәп эшләгәндәр өсөн дә уңышлы мәл. Эшҡыуарҙар был ваҡыттан файҙаланып ҡалһын ине, – тине ул.

Фото: golosstepi.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: