Башҡортостаныбыҙ – файҙалы ер аҫты ҡаҙылмаларына бай төбәк. Беҙҙә күпләп алтын һәм тиҫтәләгән төр төҫлө тәбиғи таш табыла, ә Ағиҙел йылғаһының бассейны – ул юғары сифатлы ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары сығанағы.
Законға ҡолаҡ һалмай эшләргә теләүселәр күп ине
Әммә был байлыҡҡа ҡанығыусы намыҫһыҙ кешеләр ҙә байтаҡ. Үкенескә ҡаршы, тиҫтәләгән йылдар дауамында дәүләт яғынан был тармаҡҡа тейешле иғтибар булмаған, ошо сәбәпле проблемалар килеп тыуҙы, урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы арта башланы һәм хөкөмһөҙлөк башбаштаҡлыҡ тыуҙырҙы.
Беҙҙең властар ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларға ҡаршы әүҙем эш башланы, сөнки урындағы халыҡтың мәнфәғәттәре, иҡтисадты үҫтереү һәм, әлбиттә, республика биләмәһендә экологияны һаҡлау тәңгәлендә баланс булдырыу кәрәк ине. Республикала ошо йүнәлештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән уҙған йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың етәкселегендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм төбәк биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Был бик ваҡытлы һәм кәрәкле ҡарар булды. Ни өсөн тигәндә, ҡайһы бер намыҫһыҙ эшҡыуарҙар шул тиклем шашып китте һәм законһыҙ рәүештә беҙҙең ер аҫты байлыҡтарын ала башлағайны. Был проблема айырыуса республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә күҙәтелде.
Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлегендә был мәсьәләгә ҡатнашлығы булған республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, федераль структуралар, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ингән.
Уларҙан тыш, ведомство-ара комиссия ағзалары араһында ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү алып барылған ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, ғилми даирә вәкилдәре лә бар.
Комиссия эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлеше бар: күҙәтеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында ер аҫтын файҙаланыусыларҙың, республика власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен ойоштороу һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға контроллек итеү; лицензия шарттарын боҙған ер аҫтын файҙаланыусыларҙы асыҡлау һәм улар менән эшләү; халыҡ менән ер аҫтын файҙаланыусылар араһында бәйләнеш булдырыу, урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау, ер аҫтын файҙаланыусыларҙы муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү.
Кем тыңламай – шул эшләмәй
Ағымдағы аҙна башында Хөкүмәттәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә лә ошо тема күтәрелде. Азат Бадранов ер аҫтын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында ер аҫтын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса доклад менән сығыш яһаны.
– Был комиссия былтыр 7 июндә булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә беҙ бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ойошторҙоҡ, бер нисә намыҫһыҙ ер аҫтын файҙаланыусыны асыҡланыҡ, – тине Азат Бадранов. – Иң мөһиме – халыҡ менән ер аҫтын файҙаланыусылар араһында ышаныслы, аңлайышлы коммуникациялар төҙөнөк. Урындағы халыҡ һәм ресурстар сығарыусылар араһында аңлашылмаусанлыҡтар һиҙелерлек кәмене.
Шулай итеп, былтыр Башҡортостанда республикала урынлашҡан карьерҙар реестры булдырылды. Улар араһында ғәмәлдәгеләре лә, рекультивация талап ителгәндәре лә бар. Азат Бадранов белдереүенсә, әлеге ваҡытта беҙҙә 355 карьер ғәмәлдә.
Ташландыҡ, рекультивацияланырға тейешлеләр һаны – 96. Әлеге ваҡытта рекультивация менән шөғөлләнмәгән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға ҡарата дәғүә эштәре ғәмәлгә ашырыла. 14 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, ундан ашыу дәғүә белдерелгән. Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылған.
– Учалы районында “Альтинвест”, “Баширемельресурс”, Баймаҡта “Таналыҡ”, “Граф” карьерҙары эшен туҡтатты, – тине Азат Бадранов.
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән, дөйөм алғанда, бер миллиард һумдан ашыу зыян килгәнен билдәләгән.
Комиссияның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылған. Бында ла халыҡ менән эшҡыуарҙар араһында ҙур ғына ғауға сығып алғайны. Әлеге ваҡытта күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.
Шулай уҡ Азат Бадранов белдереүенсә, Башҡортостандың Финанс министрлығы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым ҡеүәтен асыҡлау буйынса саралар әҙерләй.
– Финанс министрлығы тейешле аналитик инструментарий тәҡдим итте. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға һалым йыйыу буйынса бюджет килемдәренең үҫешен арттырыу йәһәтенән ҙур потенциал бар, – тине ул.
2019 йылда Башҡортостан буйынса дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым суммаһы 132,3 миллион һум, 2020 йылда – 167,6 миллион һум, ә 2021 йылда 173,9 миллион һум тәшкил иткән. “Был сик түгел”, – тип йомғаҡланы Азат Бадранов.
Әле тармаҡта эш күп
Азат Шамил улы комиссияның быйылға планлаштырылған эшмәкәрлеге тураһында ла әйтеп китте. Мәҫәлән, ҡар иреп, ҡырсынташ табыу миҙгеле башланғас, Иглин, Өфө райондарына күсмә тикшереү ойоштороласаҡ. Тап ошондай тикшереүҙәр арҡаһында Ҡырмыҫҡалыла өс предприятиеның лицензияһы туҡтатып торолған, икеһенеке бөтөнләй ғәмәлдән сығарылған.
Учалы һәм Сибай ҡалаларында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль подразделениелары булдырылған.
Көн тәртибендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың ерҙәрҙе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категориянан сәнәғәт категорияһына күсереү эшмәкәрлеген контролдә тотоу мәсьәләһе ҡала. Үкенескә күрә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың урындағы халыҡ менән аралашыуы лицензия алғандан һуң ғына иҫәпләнә, ә халыҡ, муниципалитеттар менән алдан һөйләшеп килешергә кәрәк. Мәҫәлән, Баймаҡ районында йылдар буйы урындағы халыҡтың талаптарына яуап бирмәгән ҡайһы бер ер аҫтын файҙаланыусылар хәҙер ышанысты тулыһынса юғалтҡан. Һөҙөмтәлә улар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе сәнәғәт тәғәйенләнешендәге ерҙәргә күсереү проблемаһы менән осрашты, ә ошо процедураһыҙ сығарыу законһыҙ тип иҫәпләнә.
Урал аръяғына килгәндә, бында ла Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡатламташ һәм төҙөлөш ташын табыу өлкәһендә ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге анализланған. Уларҙың лицензия талаптарын үтәү-үтәмәүе тикшерелгән.
Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларға ғәмәлдәге лицензиялар реестрына ярашлы, 2022 йылдың 31 ғинуарына ҡарата Урал аръяғы биләмәһендә (Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары) 39 лицензия буйынса 22 ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғы бирелгән, шуларҙың һигеҙ лицензияһы – төҙөлөш ташы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм баһалау маҡсатында геологик тикшеренеүҙәргә. 2021 йылда эштәр 12 лицензия буйынса алып барылған.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төҙөлөш ташын эҙләү һәм табыу өсөн бирелгән лицензиялар буйынса ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу шарттарын үтәүгә ентекле анализ үткәргән. Тикшереү йомғаҡтары буйынса Баймаҡ районында ике лицензия ғәмәлдән сығарылған, ике лицензия буйынса ваҡытынан алда эшмәкәрлекте туҡтатыу процедураһы башланған. Баймаҡ районында – һигеҙ һәм Йылайыр районында алты лицензия әлегә ярты йылға туҡтатылған һәм ҡуйылған шарттарҙы үтәмәгәндә артабан туҡтатыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның эш тәжрибәһен бөтә республикаға таратырға ҡушты.
– Ысынлап та, халыҡ араһында бәхәстәр кәмене, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе. – Был комиссия беҙгә ҡатмарлы юридик мәсьәләләрҙә тиҙ арала һөҙөмтәле ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә. Уның Иглин һәм Өфө райондарында карьерҙар эше менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә башлауы бик яҡшы.
Һис шикһеҙ ведомство-ара комиссия эште аҙағына тиклем еткерә белә, ә муниципаль, төбәк власының һәм федераль күҙәтеү органдарының яйға һалынған эше тейешле һөҙөмтә бирә, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Шуныһы мөһим: комиссия карьерҙарҙың милекселәренә ҡарамайынса, берҙән-бер критерий нигеҙендә эшләй – тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен һәм лицензия шарттарын мотлаҡ үтәү.
Әлфиә УСМАНОВА, Ҡырмыҫҡалы районы:
– Былтыр беҙҙең район бер аҙ шаулашып алды. Ҡырмыҫҡалының иң матур урыны – Оло Толпаҡ күле янында карьер эшләнәсәк тигән хәбәр таралғас, халыҡ ҙур борсолоуға ҡалғайны. Беҙ унда ял итәбеҙ, шундай матур урын, ә кемдәрҙер уны соҡоп ҡом сығармаҡсы булған. Хөкүмәтебеҙ беҙҙе ишетте, шунда уҡ урынға килеп хәлдең айышына төшөндөләр һәм был урынға махсус статус бирҙеләр. Хәҙер ул һаҡланып ҡаласаҡ, бер кем дә теймәҫ тип ышанабыҙ. Ҡом-ташты алыҫтараҡ, халыҡ өсөн бик мөһим булмаған ерҙән дә табырға була бит ул.
Кәрим ЫРЫҪБАЕВ, Баймаҡ районы:
– Беҙҙең район ер аҫты ҡаҙылмаларына бай төбәк булғас, ваҡытында был йәһәттән проблемалар байтаҡ булды. Элегерәк властар был проблемаға әллә иғтибар итмәне, әллә күҙҙәрен йомоп ҡараны. Хәҙер Радий Хәбиров был мәсьәләгә ныҡлап тотондо, махсус комиссия эшләгәнен дә беләбеҙ. Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Халыҡтың фекерен тыңлайҙар. Бер нисә талап үтәргә теләмәгән эшҡыуарҙың лицензияһы ла тартып алынды. Шулай булғас, яҡшыға өмөт итәбеҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.