Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март , 18:00

Мәләүездән - Азербайжанға

Кавказ аръяғы республикаһына 14 тонна күркә ите ебәрелде.

Мәләүездән - Азербайжанға
Мәләүездән - Азербайжанға

Күркә итенән продукция етештергән һәм баҙарҙа “Индюшкин” бренды аҫтында эшләгән предприятие сит ил баҙарын әүҙем үҙләштерә. Марттың тәүге көндәрендә мәләүездәр Азербайжанға продукцияның сираттағы партияһын оҙатты.

– Азербайжан менән хеҙмәттәшлек төрлө йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә. Экспорт ҡеүәтен арттырыу – өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Төбәк өсөн традицион тармаҡтарҙа беҙ Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә эйә булдыҡ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Кавказ аръяғы республикаһына оҙатыр алдынан ит продукцияһы өлгөләрен “Россельхознадзор”ҙың республика идаралығы белгестәре тикшерҙе.

– Продукциябыҙҙы Беларусь Республикаһына, Әрмәнстанға оҙатабыҙ. Сәғүд Ғәрәбстанына һатыуҙы планлаштырабыҙ. Беҙ экспорт йүнәлешендәге предприятие булырға, сифатлы продукция етештереп, уны тышҡы баҙарҙа һатырға теләйбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине “УРАЛ” ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Геннадий Бондарь.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в