Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март 2022, 15:00

“Торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге мәлдә республика төҙөлөш комплексы алдында торған дүрт мөһим бурысты билдәләне.

“Торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш”
“Торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш”

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Унда төҙөлөш тармағындағы хәл, торлаҡ төҙөлөшө баҙарын үҫтереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар һалыу буйынса дәүләт бурыстарын үтәү тураһында фекер алышынды.

– Илебеҙ үҙ тарихының ғәйәт ҡатмарлы осорона аяҡ баҫа. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ил төбәктәренә социаль-иҡтисади ярҙам саралары тураһында ҡарар ҡабул итте һәм төбәк башлыҡтарының өҫтәмә вәкәләттәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү буйынса оператив штаб төҙөргә, ошо эшкә шәхсән етәкселек итергә ҡушты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҡыйынлыҡтар булыу ихтималлығын аңлайбыҙ. Республикабыҙ иҡтисадының эҙмә-эҙлекле үҫеше идара итеү командаһының хеҙмәтенә, шул иҫәптән төҙөлөш комплексы менән берлектәге эшмәкәрлегенә бәйле буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы республика төҙөлөш комплексы алдында торған дүрт мөһим бурысты билдәләне.

– Тәүгеһе һәм иң мөһиме –  торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш. Һеҙ халҡыбыҙ өсөн йорттар һалаһығыҙ. Төҙөлөшкә йүнәлтелгән һәр һум бөтә иҡтисад өсөн мультипликатив һөҙөмтә бирә, – тине Радий Хәбиров. – Икенсе бурыс – алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм төҙөүселәр өсөн ошо күңелһеҙ мәсьәләне мөмкин тиклем тиҙерәк ябырға тейешбеҙ. Шулай уҡ социаль объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары төҙөү буйынса планды үтәү мотлаҡ. Үҙебеҙҙең яҡтан проектлау-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтаж эштәренә рөхсәт биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу проблемаһын хәл итергә әҙербеҙ.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостандың көрсөккә ҡаршы штабы төҙөлөш баҙарында ҡайһы бер яңылыҡтар әҙерләгән.

– Атап әйткәндә, 2022 йылда муниципалитеттарҙа ер участкаларына ҡуртым ставкаларын арттырыуға мораторий индерәбеҙ һәм артыҡ формализм булмаһын өсөн төҙөлөш документацияһын яраштырыу ваҡытын тиҙләтәбеҙ, – тине ул.

Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов министрлыҡтың көн һайын федераль власть органдарындағы коллегалары менән видеокәңәшмәләрҙә ҡатнашып, төҙөлөш материалдарына хаҡ мәсьәләһен тикшереүе тураһында хәбәр итте.

 – Бергәләп беҙ мөмкин тиклем йылдам эш итергә тейешбеҙ, айырыуса төҙөлөш кеүек иҡтисад өсөн мөһим тармаҡта, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/151145.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/151145.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: