Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Март 2022, 21:00

"Аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештерҙек, етештерәбеҙ һәм етештерәсәкбеҙ"

Аҙыҡ-түлек запасы, аграрийҙарға ярҙам, шәкәр, ҡарабойҙай мәсьәләләре буйынса һорауҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яуап бирҙе.

"Аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештерҙек, етештерәбеҙ һәм етештерәсәкбеҙ"
"Аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештерҙек, етештерәбеҙ һәм етештерәсәкбеҙ"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республика халҡына аҙыҡ-түлек ҡытлығы янамай. Ошо йәһәттән һорауҙарға Илшат Илдус улы тулы яуаптар бирҙе.

- Илшат Илдус улы, республика башлыса аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештерә. Мәҫәлән, һөт һәм һөт продукцияһы менән халыҡты 130 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Был ысынлап та шулаймы?

- Башҡортостан аграрийҙары аҙыҡ-түлек етештереү өсөн сеймалды тулыһынса үҙебеҙҙә етештерә. Быға тиклем дә 100 процент шулай булды. Республика халҡы ҡулланғанға ҡарай ике тапҡыр күберәк етештерәбеҙ. Ауыл хужалығы тармағының структураһы шунан ғибәрәт: тәү сиратта аҙыҡ-түлекте урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ етештерә, уларҙан ҡала шәхси ихаталар үҙ ғаиләһен тәьмин итеү өсөн тырыша. Ә магазин кәштәләренә аҙыҡ-түлекте тәү сиратта эре етештереүселәр, алыпһатарҙар алып килә. Теге йәки был тауар магазин кәштәһендә кәмеһә йә бөтһә, тимәк, магазин етештереүсегә сығып, яңынан заказ бирергә тейеш, унан инде артабанғы сылбыр эш башлай – күмәртәләп һатыусы етештереүсегә шылтырата, ул бер нисә көн тауар етештерә, ҡаптарға һала, бер нисә көн үткәс кенә кәрәкле тауар йәнә магазин кәштәһенә эләгәсәк. Ә бөгөнгө бизнес-модель шуға ҡоролған – күмәртәләп һатыу баҙарында запас юҡ тиерлек. Әммә бөгөн беҙ осрашҡан мәсьәлә киреһен талап итә – запас булырға тейеш. Ә ул аҡса әйләнешен туҡтата. Беҙҙең бурыс - эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу.

- Һуңғы арала илдә барған хәлдәр ауыл хужалығы тармағын үҫтерергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Аграрийҙар ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

- Һуңғы йылдарҙа тауар күләмен арттырыу өҫтөндә әүҙем эшләй инек. Тауар запасын арттырыу, күберәк сеймал, аҙыҡ-түлек етештереүгә өҫтөнлөк бирҙек. Әммә генетика мәсьәләһенә әллә ни иғтибар бүлмәнек. Европаның эре холдингтары беҙҙе тап шуға донъя баҙарына үткәрмәне. Әйтәйек, һәр нәмәнең башы булырға тейеш: орлоҡтоң да, тоҡомло малдың да, ҡош-ҡорттоң да генетик яҡтан көслө тоҡомона өҫтөнлөк бирелеүе мөһим. Был йәһәттән беҙ аҡһайбыҙ. Быйылдан иһә ошо мәсьәләгә иғтибарҙы арттырасаҡбыҙ. Башҡортостан ауыл хужалығы университеты базаһында Генетика һәм эмбриология буйынса үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Билдәле ғалимдар, эре тоҡомсолоҡ хужалыҡтары менән берлектә тоҡомло мал етештереү тураһында уйлайбыҙ.

- Башҡортостан һуңғы бер нисә йыл эсендә Волга буйы федераль округында һөт һәм һөт аҙыҡтары етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Ошо күрһәткесте юғалтмау өсөн аграрийҙарға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтелә. Ә ошо ауыр мәлдә булышлыҡ итеү маҡсатында тағы ла ниндәйҙер саралар күреләсәкме?

- Бөгөн бөтөн көс яҙғы сәсеү кампанияһын тиҙ һәм һөҙөмтәле үткәреүгә йүнәлтелгән: ташламалы кредиттар, 4,5 миллиард һумлыҡ кредит алыу мөмкинлеге бар. Һуңынан агростартаптар биреү башланасаҡ, ҡоролмалар һәм йыһазландырыуға тотонолған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарыу үҙ ғәмәлендә ҡала. Бәләкәй крәҫтиән хужалыҡтарын ҡала ҡулланыусыларына яҡынайтыу өсөн төрлө саралар күрәбеҙ. Бының өсөн уңайлы юлдарҙы барлайбыҙ.

Бөгөн халыҡта илһөйәрлек тойғоһон да көсәйтергә кәңәш итер инем: үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алығыҙ. Был тәү сиратта сифатҡа ла бәйле.

- Халыҡ магазинда шәкәр һәм ҡарабойҙай бөтөр тип хәүефләнә. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ?

- Шәкәргә килгәндә, хәл бик ябай: 2019 йылда ул Рәсәйҙә күпләп етештерелде. Кәрәгенән артыҡ: 1,5 – 2 миллион тонна. Тап ошо арҡала Мәләүез шәкәр заводы үҙ эшен туҡтатты. Шәкәр хаҡы төштө: етештереү үҙен аҡламаны. Шуға ике заводты төҙөкләндерҙек. Бөгөн Раевка менән Шишмә заводтары ике миллионға тиклем шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Быйыл беҙ шәкәрҙе ике-өс тапҡырға күберәк етештерергә килештек. Бөгөндән уны илдән ситкә сығарыу тыйылды. Шәкәр бар һәм буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: