Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2022, 18:30

"Башҡортостанда шәкәр бар һәм етә!"

Радий Хәбиров халыҡҡа быны аңлатырға ҡушты. 

"Башҡортостанда шәкәр бар һәм етә!"
"Башҡортостанда шәкәр бар һәм етә!"

Хөкүмәттәге бөгөнгө кәңәшмәлә көнүҙәктә торған шәкәр проблемаһы ла күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктә был мәсьәләне етештереү күләмен арттырыу иҫәбенә хәл итергә кәрәк.

“Халыҡҡа шәкәр барлығын аңлатыу мөһим. Беҙгә, әгәр был эште башҡарып сыға алмаһаҡ, бик оят буласаҡ. Республикала ике ҙур шәкәр заводы бар, ә эргә-тирәләге төбәктәрҙә - юҡ. Беҙгә шәкәр менән ҡытлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай”, - тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, бөтә шәкәр етештереүселәр менән һөйләшеп килешелгән.

“Барыһы менән дә, беҙҙең ҡулланыусыларға шәкәр арзан хаҡ менән һатыласаҡ, тип килештек. Магазиндарҙа бер килограмы 80 һум булыр тип күҙ уңында тотолғайны. Тышҡы баҙарҙарға келәттәрҙән килоһын 85 һумдан ебәрәбеҙ. Был республика ҡулланыусыларына булышлыҡ итеү өсөн эшләнә”, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һүҙҙәренсә, төбәктә шәкәр запасы етерлек. Әммә эшкәртеү һәм яңы миҙгелгә өҫтәмә запас булдырыу өсөн сеймал булмаған шәкәрҙе әҙерәк һатып алырға ҡарар ителгән.

Башҡортостанда шәкәр заводтары шәкәрҙе раҫланған ойошмаларға ебәрә, улар тәү сиратта - республика сауҙа селтәрҙәре, икмәк бешереү һәм кондитер тармағы етештереүселәре, күмәртәләп алып ваҡлап һатыусылар, ҙур булмаған икмәкханалар. Был хаҡта Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, көн һайын заводтарҙың келәттәренән 550 тонна самаһы шәкәр оҙатыла. Был йәһәттән эш темпы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

Былтыр Башҡортостанда медицина нормалары буйынса ихтыяжлыҡ булған 32 мең тонна урынына 150 мең тонна шәкәр етештерелгән.

2022 йылдың 21 мартына ҡарата республиканың шәкәр заводтары келәттәрендә 36,8 мең тонна шәкәр һаҡлана. Шуның 18 мең тоннанан ашыуы - ҡайтарылған, йәғни аграрийҙар заводҡа бирелгән шәкәр сөгөлдөрө урынына ҡайтарып алған шәкәр.

“Май аҙағына “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сеймал шәкәр эшкәртеү эшен башларға ниәтләй. Айына 25 мең тоннаға тиклем сеймал эшкәртеләсәк. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн етештереү күләмен арттырыу маҡсатында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен 35 мең гектарҙан 47 мең гектарға тиклем киңәйтеү бурысын ҡуйған”, – тине Рәмил Нуриәхмәтов.

Фото: agroru.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в