Башҡортостанда яңынан тергеҙеп булған электр энергияһы сығанаҡтары өлкәһендә проекттарҙы үҫтереү күҙаллана. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе.
Башҡортостан энергия системаһы составына дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 5,5 ГВт тәшкил иткән 36 электр станцияһы инә. Улар иҫәбендә – альтернатив энергетика объекттары: гидро-, ҡояш һәм ел электр станциялары, республика энергетика системаһының билдәләнгән ҡеүәтендә уларҙың дөйөм өлөшө – биш проценттан ашыу.
Мәҫәлән, Башҡортостанда Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында алты ҡояш генерацияһы объекты эшләй. 2022 йылда Баймаҡ районында, Ағиҙелдә тағы ике ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Благовещен районында ҡеүәте 5МВт булған ҡояш электр станцияһы проектын “Полиэф” акционерҙар йәмғиәте лә тормошҡа ашыра. Инвестициялар күләме яҡынса 250 миллион һум тәшкил иткән. Станцияны 2022 йылдың апрелендә Экологик форум барышында асыу күҙаллана.
2020 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан илдә яңыртылған энергетиканы үҫтереү буйынса 13-сө һәм ҡояш электр станциялары төҙөлөшө йәһәтенән бишенсе урынды биләй.
Ел энергетикаһына килгәндә, Башҡортостанда Туймазы районында 1,65 МВт ҡеүәтле бер генә “Төпкилде” ел электр станцияһы эшләй. Белгестәр Бәләбәй ҡалҡыулығында тағы ла бер электр станцияһы төҙөү мөмкинлеген тикшерә.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы электр энергияһының яңы сығанаҡтары сегментын үҫтереү маҡсатында төп көстө гидроэнергетика өлкәһенә йүнәлтергә тәҡдим итә. Республикала Нөгөш ГЭС-ы, Павловка ГЭС-ы, Йомағужа ГЭС-ы, шулай уҡ биш микроГЭС эшләй. Төбәк йылғаларының потенциаль энергетик ресурстары – сәғәтенә 7-11 миллиард кВт, ә республиканың тулайым гидропотенциалы 2 ГВт ашыу тип баһалана. Ошо йәһәттән Башҡортостан бәләкәй ГЭС-тар төҙөү өсөн перспективалы биләмә булып тора.
Мәҫәлән, Рәсәй Энергетика министрлығы менән берлектә Ҡариҙел районында Түбәнге Һөйән гидроузелын төҙөүҙе тергеҙеү мөмкинлеге өйрәнелә. Эштәрҙе башлау гидроэнергетикала киң компетенцияларға эйә булған машиналар эшләү комплексы предприятиеларын тәьмин итеүҙә ыңғай сағыласаҡ.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә гидроэнергетиканы үҫтереү буйынса проект офисы ойошторорға һәм ошо мөһим йүнәлештә планлы рәүештә эшләргә ҡушты.
Фото: ekb.hevelsolar.com