Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2022, 17:35

Шәкәр ҡайҙа?

Былтыр Башҡортостанда 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Ә медицина күрһәткестәре буйынса норма - 32 мең тонна.

Шәкәр ҡайҙа?
Шәкәр ҡайҙа?

Республикаға шәкәр етешмәү ҡурҡынысы янаймы? Юҡ!

Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә, шәкәргә ҡытлыҡ кисермәйәсәкбеҙ, тип хәбәр итте.

Былтыр Башҡортостанда 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Ә медицина күрһәткестәре буйынса норма - 32 мең тонна. Икенсе төрлө әйткәндә, шәкәр талап ителгәнгә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк етештерелгән!

Көн һайын предприятиелар 550 тонна шәкәр тейәп оҙата - былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Республика келәттәрендә 36 мең тонна шәкәр һаҡлана.

Фото: chayguru.info

#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: