Бөгөн Өфөлә 32-се халыҡ-ара махсуслаштырылған "АгроКомплекс" күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форум асылды. Быйыл күргәҙмәлә Рәсәйҙең 32 төбәгенән һәм Башҡортостан Республикаһынан 300-ҙән ашыу компания ғына түгел, тәүге тапҡыр Ҡытайҙан ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе (Zoomlon тракторҙары) ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәне асыу тантанаһында һуңғы йылдарҙа республикала агросәнәғәт комплексын әүҙем модернизациялау барыуын, әлеге мәлдең ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре сәсеү кампанияһының уңышлы буласағына өмөтләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
- Ошо һынау мәлен үткәреп ебәрергә кәрәк, илгә санкциялар баҫымы бик көслө, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тармағы тотороҡло үҫешә. Бөгөн беҙ сәсеүгә тулыһынса әҙербеҙ, уны тиҙ һәм һөҙөмтәле башҡарырбыҙ тип ышанам, — тине Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин билдәләүенсә, Башҡортостан етәкселеге агросәнәғәт комплексына етди иғтибар бирә.
"ВДНХ-Экспо"ның асыҡ майҙанында 130-ҙан ашыу заманса трактор, комбайн һәм башҡа ҙур ҡорамалдар өлгөләре экспозицияһы урынлаштырылған. Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән ауыл хужалығы техникаһының яңы өлгөләре менән танышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә артабан да яңы ҡорамалдар алыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелсәк.
2021 йылда 12 миллиард һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар һатып алынған, был 2020 йыл менән сағыштырғанда ике миллиард һумға күберәк (10,1 млрд һум). Республика сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡаплай. 2021 йылда 1,6 млрд һум күләмендә субсидия түләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, Росагролизинг аша ҡорамалдар һатып алыу, уларға ташламалар яһау ауыл хужалығы етештереүселәренә туранан-тура дәүләт ярҙамының һөҙөмтәлелеген арттыра.
Башҡортостан Башлығы ашламалар етештергән һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау менән шөғөлләнгән компанияларҙың экспозицияларын ҡараны, хаҡтар тураһында һорашты. Илшат Фәзрахманов, райондарҙың ғаризалары нигеҙендә ашламалар һатып алыу билдәләнгән хаҡҡа дауам итә, тип хәбәр итте.
Миҙгелле баҫыу эштәре өсөн яҡынса 220 мең тонна ашлама кәрәк буласаҡ. 21 мартҡа ҡарата пландың 55 проценты тупланған.
Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарағанда Андрей Разинға республикала һөт ашханаларын булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Андрей Разин иһә үҙ сиратында был тәжрибәне башҡа төбәктәргә таратырға кәрәклеген билдәләне.
- Өс йыл эсендә һөт ашханалары системаһын тергеҙҙек. Күп балалы ғаиләләрҙәге балалар, ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләр, уллыҡҡа алынған балалар һөт ризыҡтарын бушлай ала. Беҙҙә бөтәһе 26000 ошондай ғаилә бар. Беҙ тотош инфраструктураны яңынан булдырҙыҡ: әгәр элек бындай һөттө етештергән бер генә һөт заводы булһа, хәҙер республика буйынса һигеҙ етештереү цехы бар. Киләсәктә ҙур һөт заводы төҙөү ҡаралған, - тине Радий Хәбиров.
Агросәнәғәт форумының пленар сессияһында ҡатнашыусылар “Углерод эҙҙәре булмаған аҙыҡ-түлек етештереү” темаһына әңгәмәләште. Күргәҙмә сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеүселәр, шулай уҡ агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу өлкәһендә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу көтөлә. Күргәҙмә 25 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.