Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2022, 09:29

Аҡсаға хәүеф янамай

Әле Европа илдәренең ҡайһы берҙәре һәм АҠШ-тың Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялары арҡаһында Үҙәк банк төп ставканы 22 процентҡа тиклем күтәрҙе. Халыҡ араһында иҡтисади көрсөк тураһында йыш һөйләйҙәр. Магазин кәштәләренән аҙыҡ-түлекте күпләп алалар, бәғзеләр банктарҙа ятҡан аҡсаһын ҡулаҡсаға әйләндерә. Был мәлдә кемгә ышанырға һәм ниндәй саралар күрергә? Ошо һорауҙарға иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат ЙӘНГИРОВ яуап бирә.

 

– Февралдең һуңғы көндәрендә бығаса булмаған хәл теркәлде – Рәсәйҙең Үҙәк банкы төп ставканы 22 процентҡа тиклем күтәрҙе. Был аҙымды һеҙ нимә менән аңлатаһығыҙ?

– Был ҡарар депозиттар ставкаһын арттырыу мөмкинлеген бирә, тип әйтергә кәрәк. Һаҡлыҡ банкы менән ВТБ тәүгеләрҙән булып депозит ставкаларын 16 – 18 процентҡа күтәрҙе, ә “Совкомбанк” 23 процентҡа тиклем арттырҙы. Был банктарҙың барыһының да санкцияға эләккәнлеген билдәләргә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың бөтә кәрәкле ресурстары, идара итеү тәжрибәһе бар. Ғөмүмән, бер ниндәй ҙә хәүеф күрмәйем. Үҙәк банк тарафынан ставканы күтәреү инфляция хәүефен ҡаплауға булышлыҡ итәсәк, финанс тотороҡлолоғон тәьмин итәсәк һәм граждандарҙың иҫәптәге аҡсаһын һаҡлауға гарант булып тора.

 

– Тимәк, был яңылыҡ бөгөн үк банкка барып, унда ятҡан аҡсаны ҡулаҡсаға әйлендерергә кәрәк, тигәнде аңлатмай, шулаймы?

– Әлбиттә! Ил эсендә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙә ауырлыҡтар тыумаясаҡ. Картала ятҡан аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүҙән бер ниндәй ҙә мәғәнә күрмәйем.

 

– Түбән ставка менән һалынған аҡсаларҙы алып, юғары процент менән кире банкка һалырға була инде?

– Күптәр шулай итә лә. Аҡсаларын долларҙа һаҡлаған кешеләргә лә уйланырға кәрәктер. Был депозиттар буйынса ставкалар һигеҙ процентҡа артты, шуға күрә аҡсаны долларҙа ҡалдырырға була, тип һығымта яһайым.

 

– Ставканың 22 процентҡаса артыуы – тарихи күренеш, тип билдәләй белгестәр. Бындай хәлдең булғаны бармы?

– Рәсәй тарихында ставканың 14 процентҡа тиклем артҡаны булды, әммә егерменән ашыу процентҡа еткәне юҡ ине. 

 

– Һуңғы осорҙа аҡсаға бәйле бик күп ялған мәғлүмәт тә йөрөй. Ошо хаҡта бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

– Эйе, ысынлап та, халыҡ араһында фейктар күп. Имеш-мимеш хәбәргә ышаныусылар ҙа байтаҡ. Ни бары рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына таянырға кәрәк. Беҙҙең Европа менән бәйләнештәр күп, түләүҙәр эшләнә. Шуға әлеге хәлдән Европа күберәк зыян күрәсәк. Санкциялар һөҙөмтәһендә АҠШ-ҡа ҡарағанда Европа иҡтисады күпкә нығыраҡ ҡаҡшаясаҡ.

Иҡтисади һөҙөмтәләрҙе еңеләйтеү өсөн Рәсәй Президенты Указға ҡул ҡуйҙы. Республика иҡтисади үҫеш стратегияһын ошо иҡтисади шарттарға ҡулайлаштырырға тейеш. Пандемия мәлендә көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә өйрәндек, был һынауҙы уңышлы үттек. Шуға әлеге хәл беҙгә әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаясаҡ. 2021 йылдың ғинуар күрһәткестәрен алғанда, етештереү индексы 115 процентҡа еткән. Был беҙҙең ауыр шарттарҙа эшләргә өйрәнеүебеҙ тураһында һөйләй.

 

– Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин, әлеге хәл эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асты, тип билдәләне. Ошо һүҙҙәргә ҡарата фекерегеҙ нисек?

– Был мөмкинлекте мин тәүге сиратта ауыл хужалығы тармағында күрәм. Сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялары ауыл хужалығы тармағына яңыса эшләргә, етештереү күләмен арттырыуға юлдар аса. Һәр хәлдә, урындағы етештереүселәргә иғтибар күбәйә.

 

– Һәр көрсөк алдынан халыҡ күпләп ҡарабойҙай алып ҡуя. Әле уны һатып алырға ваҡытмы?

– Беҙҙең республиканың аграр тармағы көслө. Шуға аҙыҡ-түлек менән өҙөклөк булмаясаҡ. Был йәһәттән халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй. Күптән түгел ауыл хужалығы кооперативтарына 173 миллион һумлыҡ гранттар юлланды. Был аҡсаға улар яңы йыһаз һәм ҡорамал ала. Тимәк, етештереү күләмен дә арттырасаҡтар. Иң мөһиме – әлеге ваҡытта имеш-мимешкә ышанмай, рәсми мәғлүмәттәргә таянып ҡына эш итергә кәрәк, тип кәңәш бирәм. Беҙ санкцияларҙы еңеп сығасаҡбыҙ.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.

Читайте нас: