Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2022, 09:23

Баҡсасыларға юл кәрәк

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Тиҙҙән баҡса миҙгеле башлана. Баҡсасылар апрель уртаһынан яйлап ҡына йәйге йорттарына һуҡмаҡ һала. Йылдағыса ҡыш был мәсьәлә бер аҙ онотола төшһә лә, яҙ етеү менән баҡсасылар юлдарҙың насарлығына йыш зарлана.

Уҙған йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡсасыларҙы борсоған мәсьәлә­ләргә күп иғтибар бүлде: электр селтәрҙәренең иҫкереүе, баҡса ерҙәренең торошо һәм, әлбиттә, юлдар. Ошо темаға арналған кәңәшмәләрҙең береһендә киләһе биш йыллыҡта юл проблемаһын хәл итеүгә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, тип билдәләнде. Был сығымдар бюджет аҡсаһына коммерцияға ҡарамаған баҡса берләшмәләренең йыллыҡ ихтыяждарынан сығып иҫәпләнгән, ул 273 миллион һум тәшкил итә. Әммә аҡса тәү сиратта инженер инфраструктураһын хеҙмәтләндереүгә, электрлаштырыуға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу майҙансыҡтары булдырыуға, кадастр теркәүгә йүнәлтелә.

Баҡсасыларҙы һәм Хөкүмәтте борсоған мәсьәлә – электрлаштырыу. Әлеге ваҡытта һәр бишенсе баҡса шәрҡиәте электр энергияһына тоташтырылмаған, ә тоташтырылғандарының селтәре 100 процентҡа тиерлек туҙған. Шуға ла был мәсьәләне хәл итеүгә йыл һайын 100 миллион һум тотоноу планлаштырыла.

Тиҙ арала хәл ителә торған мәсьәләләр – биләмәләрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү һәм башҡалар. Уларҙың барыһы ла көнүҙәк һәм күптән хәл итеүҙе көтә. Тағы ла бер әһәмиәтле мәсьәлә – баҡсаларҙың кадастр паспортын булдырыу, сөнки ғәмәлдәге 1489 баҡса ширҡәтенең бик аҙы кадастр паспорты алған. Ошо документ булмағанға күрә, һалымды иҫәпләү мөмкинлеге юҡ, тимәк, килем дә юҡ, тигән һүҙ.

“Баҡсалар – беҙҙең өсөн мөһим тема. Уның иҡтисади, сәйәси яҡтары ла бар. Халыҡ өсөн был – тәү сиратта экологик яҡтан таҙа йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп алыу мөмкинлеге, шунан һуң ғына ял урыны. Баҡсасыларға уңайлыҡ булдырыу һәм һәр яҡлап ярҙам итеү – дәүләт бурысы”, – тип билдәләне сығыштарының береһендә Радий Хәбиров.

Республикала 1,5 мең самаһы баҡса ширҡәтендә 552 мең кеше йәшәй тип иҫәпләнә. Шуға Радий Хәбиров уларҙа юлдар төҙөлөшөн киләһе йылдан финанслауҙы башларға тәҡдим итте, әммә бының өсөн аҡса әлегә бюджетҡа һалынмаған.

Быйылдан Өфө эргәһендә урынлашҡан баҡса ширҡәттәре менән эш башланасаҡ. Республиканың баш ҡалаһынан тыш, баҡсалар Өфө, Иглин, Кушнаренко, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күпләп урынлашҡан. Бында йәмғеһе 1025 баҡса ширҡәте бар. Стәрлетамаҡ агломерация­һында, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында 178 баҡса берекмәһе иҫәпләнә. Республика райондарының яртыһында тиерлек берәү ҙә юҡ.

Баҡса ширҡәттәренең һаны буйынса Башҡортостан Свердловск, Һарытау, Ленинград, Тула, Мәскәү өлкәләренән һәм Пермь крайынан ҡала илдә етенсе урынды биләй. Шуға ла был темаға ҙур иғтибар бүленә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр төбәктә “Башҡортостан Республикаһында баҡсасылыҡ һәм баҡсасы граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡса үҫтереүе тураһында” закон ғәмәлгә инде, ул сараларҙың бөтә спектрын күҙ уңында тота. Уға ярашлы, властар баҡса кооперативтарын йылылыҡ, электр, һыу һәм газ менән тәьмин итә башларға тейеш. Кадастр эштәрен финанслау, юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре уларҙың иңенә төшә.

Хәҙер баҡсасы ширҡәттәре менән үҙ-ара эш итеү өсөн һалым органдары, теркәү хеҙмәттәре, кадастр палатаһы, баҡсасыларҙың йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында муниципаль ведомство-ара комиссиялар ойоштороласаҡ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: