Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2022, 09:31

Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ

Оло юлдың башында.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Практик умартасылар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт учреждениелары вәкилдәре “Башҡорт бал ҡорто: проблемалар һәм перспективалар” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән уҙғарылды.

Түңәрәк өҫтәлдә бик күп мәсьәләләр тикшерелде.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт (бөрйән) бал ҡортоноң биологик, экологик, иҡтисади попу­ляцияһына бәйле мәсьәләләр буйынса белгестәрҙе йыйҙы. Эксперттар булараҡ, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Бәйтуллин, Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция етәксеһе Салауат Нафиҡов, БДУ ғалимы, биология фәндәре докторы Рәшит Фәрхетдинов, “Алтын солоҡ” ойошмаһы директоры Марат  Хәсәнов, “Башҡортостан умартасылары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәйҙең Умартасылар союзы идаралығы ағзаһы Иван Вавилов, Иглин районы умартасылары йәмғиәте идаралығы рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов һәм башҡалар сығыш яһаны. Фекер алышыуҙы асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов мәсьәләнең символик, милли-мәҙәни яғын айырып билдәләне, был Башҡорт мәҙәниәте һәм милли мираҫ йылында йәмәғәт ойошмаһы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.

“Башҡорт халҡының милли мираҫын һаҡлау өсөн беҙҙең символдарҙы һәм брендтарҙы үҫтереү күҙ уңында тотола — был бурыс Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһында билдәләнгән. Башҡорт (бөрйән) бал ҡорто —  беҙҙең символ, мәҙәни кодыбыҙҙың бер өлөшө. Шуның өсөн дә бөрйән бал ҡортон һаҡлау йәмғиәтте борсоған киң резонанслы мәсьәлә булып тора”,  — тип билдәләне Юлдаш Йосопов.

Ысынлап та, бөрйән бал ҡорто популяция ғына түгел. Һәр халыҡ уны уратып алған ландшафтҡа үҙ көсөн һала, уны үҙ мәҙәниәтенең өлөшө итә. Башҡорт аты – эпоста, тарихыбыҙҙа башҡорт яугиренең айырылмаҫ хәрби юлдашы булараҡ данланған ҡиммәтебеҙ, тарихи селекция һөҙөмтәһе, халыҡ мәҙәниәте һәйкәле. Мәҫәлән, “Урал батыр” кеүек үк.

“Бөрйән бал ҡорто ла тарихи селекция һөҙөмтәһе булып тора. Башҡортостандың иң билдәле тауар брендтарының береһе — башҡорт балы — тап ошо уникаль популяция менән бәйле. Бөрйән бал ҡорто — башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының мөһим символы һәм айырылғыһыҙ өлөшө, милли ҡиммәтебеҙ. Һәм, башҡа халыҡтар һымаҡ уҡ, беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты юғалтмаҫҡа, һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн мәсьәләнең бар перспективаларын һәм хәүефле яҡтарын төрлө яҡлап өйрәнеп, эшлекле рәүештә, хис-тойғоға бирелмәйенсә, килеп тыуған хәл хаҡында белгестәр, эксперттар, йәмәғәтселек менән бергә фекер алышыу кәрәк. Был башҡорттар ҡоролтайының бурысы булып тора”,  — тине Юлдаш Йосопов.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдименә ярашлы, Башҡортостанда Башҡорт аты көнө үткәрелә башлаясаҡ. Ул йыл да июлдең өсөнсө шәмбеһендә билдәләнәсәк: “Башҡорт аты” республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ. Ошо хаҡта Указға республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 24 майында ҡул ҡуйғайны. Фестиваль төбәгебеҙҙә йылҡысылыҡты, ҡымыҙ етештереүҙе, халыҡ һөнәрҙәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт атын популярлаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Башҡорт бал ҡорто көнөн дә булдырырға тәҡдим итте. Ул республика умартасылары өсөн сағыу байрам ғына түгел, был тармаҡтағы дөйөм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтер тәжрибә майҙансығы ла буласаҡ.

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли брендтарыбыҙҙы һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле, системалы ҙур эш алып бара, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. – Быға тиклем беҙ республика Башлығына Башҡорт теле көнөн булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иттек, унан – Башҡорт аты көнөнә бәйле. Хәҙер башҡорт балына сират етте. Был көн байрам ғына булмаясаҡ, ә фекерҙәштәрҙе бер майҙанға йыйып, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы, фәнни йәһәттән булышлыҡҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтәсәк. Мәҫәлән, Башҡорт теле көнөнә беҙ ныҡлы әҙерләнәбеҙ, проблемаларҙы асыҡлайбыҙ, уларҙы хәл итеү өсөн махсус программалар, финанслау кәрәклеген аңлайбыҙ – дөйөм алғанда, системалы эш алып барыла.

Бөгөнгө фекер алышыу һөҙөмтәһе буйынса, Башҡорт бал ҡорто көнөн булдырыу тәҡдименең дә республика етәкселеге тарафынан хупланыуын теләйбеҙ. Әгәр календарҙа ошондай көн барлыҡҡа килһә, ҙур саралар уҙғарыу, шул уҡ ваҡытта ниндәй проблемаларҙың дәүләт, ҡануниәт булышлығы талап иткәнен белеү мөмкинлеге тыуыр ине. Минең коллегам, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының элекке етәксеһе Әмир Ишемғолов үҙ ваҡытында Апитерапия үҙәге булдырҙы, умартасылыҡты һаҡлау, үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барҙы, депутат булараҡ, башҡорт бал ҡортон яҡлау маҡсатында закон проекттары индерҙе. Хәстәрлек, һаҡсыл ҡараш бик мөһим. Өҫтәүенә популяцияны күбәйтергә кәрәк. Был, әлбиттә, дәүләт ярҙамы талап итә. Шуның өсөн дә бөгөн эксперттарҙы йыйып, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышырға ниәтләнек, проблемаларҙы яйға һалыуға эҙмә-эҙлекле, эшлекле ҡараш мөһим”,  – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Бәйтуллин әйтеүенсә, проблемаға дәүләт кимәлендә иғтибар итергә кәрәк.

“Беҙҙең тоҡом элек-электән шундай: ҡыҫҡа ғына йәйге осорҙа ҡышты үткәрерлек бал йыйыу көсөнә эйә, — тине ул. — Рәсәйҙән ситтә беҙҙең балды барыһы ла башҡорт балы тип белә. Минеңсә, ҡорттарыбыҙҙы һаҡлау — ул тәү сиратта тоҡомсолоҡ предприятиелары булдырыу, ауыл хужалығы программаларын үҫтереү, башҡорт бал ҡортон үрсетеүҙә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ ветеринарҙар булышлығын хәстәрләү мөһим”.

Әйткәндәй, республикала 10 төбәктең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң (башҡорт солоҡ ҡорто) абориген популяцияһын тергеҙеү маҡсатында ойошторолған “Алтын солоҡ” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект республика, Рәсәй һәм сит ил умартасылары араһында популярлыҡ яуланы. Проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк “Апимондия-2022” сараһы алдынан айырыуса көнүҙәк, был республикаға урта рус тоҡомло бал ҡорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын өйрәнеү буйынса үҙ ғилми базаһын тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Уларҙың сифаты фәнни тикшеренеүҙәр һәм махсус лаборатория сертификаттары менән раҫланасаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙең умартасылар берекмәләре Башҡортостанда “Алтын солоҡ” проекты нигеҙендә ҡара төҫтәге урман бал ҡорто менән селекция-генетика эше буйынса төбәк-ара үҙәк булдырыу теләген белдерҙе. Башҡортостанда бындай үҙәк булдырыу өсөн матди һәм фәнни база бар. Бынан тыш, Башҡортостанда сәнәғәт умартасылығын һәм халыҡ-ара аккредитациялы балды сертификатлау үҙәген ойоштороу зарурлығы тыуа. Тап республикала умартасылыҡ продукттарын анализлау лабораторияларының булмауы, анализдарға хаҡтарҙың юғары булыуы ла етештереүселәр өсөн проблема булып тора. Әммә бының өсөн халыҡ-ара инвесторҙарҙы йәлеп итергә кәрәк — уларҙың башҡорт балын федераль түгел, ә халыҡ-ара әһәмиәттәге брендҡа әйләндереү ресурстары һәм мөмкинлеге бар.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ башҡорт бал ҡорттарының бөгөнгө торошо мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына башҡорт бал ҡортона төп ҡурҡыныс умарта­сыларҙың шәхси хужалыҡтарынан янай, сөнки бәғзеләре бал ҡортоноң сәнәғәт тоҡомдарына (карника, карпатка) һәм күсмә умарталыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Был популяцияның генетик ҡушылы­уына, бал ҡорттарының үлеүенә килтерә. Иглин районы Умартасылар йәмғиәте идараһы рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов республика биләмәһен традицион умартасылыҡ зонаһына (башҡорт бал ҡорто) районлаштырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

“Бер ваҡыт төрлө урындарҙан беҙҙең районға күсмә умартасылар рөхсәтһеҙ килә һәм төрлө тоҡомло бал ҡорттарын тарата башланы. Был проблема менән нисектер көрәшеү һәм традицион бал ҡортон, башҡорт балын һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ 2011 йылда Иглин районында умартасылыҡ йәмғиәте ойошторҙоҡ. Һуңынан умартасылар менән эшләй башланыҡ – улар өсөн семинарҙар ойошторҙоҡ, белем бирҙек, умарта­сылыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ. Бөгөн беҙҙең районда 500-гә яҡын умарталыҡ, ә ойошмала 100-ҙән ашыу умартасы иҫәпләнә. Беҙҙәге кеүек үк, күп райондарға шундай уҡ ойошма булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәттек. Шуны әйткем килә: һәр умартасының үҙ клиенты бар. Иглин районы балы Свердловск, Ырымбур өлкәләренә, Санкт-Петербургка оҙатыла. Беҙ тәбиғи башҡорт балын етештерәбеҙ, беҙҙә башҡорт бал ҡорттары ғына йәшәй. Башҡа бал ҡорттарын бөтөнләй индермәйбеҙ”, – тине тәжрибәле умартасы.

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ башҡорт бал ҡорто селекцияһын һәм бал ҡорто пакеттарын етештереүҙе субсидиялау, йүкә урмандарын һаҡлау проблемаһын, башҡорт бал ҡорто таралып ултырған урын картаһын эшләү, сифат, ғилми тикшеренеүҙәр, балды һатыу мәсьә­ләләрен тикшерҙеләр. Белгестәр умартасылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһын камиллаш­тырырға кәрәклеген билдәләй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙағы пестицидтар мөһим проблема булып тора. Был — тармаҡ өсөн ҙур хәүеф, йыл һайын умартасылар меңдәрсә бал ҡорттарының үлеме менән осраша. Шуға күрә контролдә тотоусы органдар яғынан был йүнә­лештәге эште көсәйтергә һәм баҫыу­ҙарҙа химик препараттарҙы файҙа­ланыу өсөн регламент индерергә кәрәк.

Белгестәр, бөгөнгө сара — башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы, тигән фекерҙә туҡталды. Республика дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм умартасыларҙың мәсьәләләрҙе үҙ-ара системалы һәм эшлекле хәл итеүе генә түңәрәк өҫтәлдә яңғыраған бурыстарҙы ғәмәлгә ашыуға килтерә ала.

 

Иван ВАВИЛОВ,  “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Умартасылар союзы идараһы ағзаһы:

–  Түңәрәк өҫтәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Башҡорт бал ҡорто көнө булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Миңә ҡалһа, был – ваҡытлы, кәрәкле ҡарар.  Беренсенән, был осраҡ  йәмәғәтселектең, дәүләт органдарының, матбуғат сараларының иғтибарын башҡорт бал ҡорто темаһына йәлеп итәсәк һәм киләсәктә солоҡсолоҡтоң, дөйөм алғанда,  умартасылыҡтың популярлашыуына килтерәсәк.

Әлеге ваҡытта уның датаһы аныҡ билдәләнмәгән. Был да мөһим мәсьәлә, сөнки ул милли традицияларға, тарихҡа бәйле. Был йәһәттән белгестәр үҙ фекерен белдерер, тип уйлайым. Унан тыш, майҙа беҙ – Халыҡ-ара бал ҡорттарын һаҡлау көнөн, августа Бал спасын билдәләйбеҙ. Бында тура килеү ихтималлығы булырға тейеш түгел.

Икенсенән,  профессиональ һәм тармаҡ көндәрен билдәләгәндә, ғәҙәттә, сараларға йәш быуын вәкилдәре йәлеп ителә. Мәҫәлән, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, урта профессиональ уҡыу йорттарында ижади конкурстар, дәрестәр ойошторола. Был үҫеп килгән быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, илһамландыра, тәрбиәүи сифатҡа ла эйә.

Әйткәндәй, түңәрәк өҫтәлдә тармаҡтағы кадрҙар мәсьәләһе лә күтәрелде.  Республикала умартасылыҡ буйынса етди белем биреү базаһы бар, әммә унда уҡырға теләүселәрҙе йәлеп итеү буйынса  проблема күҙәтелә, шуға күрә Башҡорт бал ҡорто көнө идеяһын тулыһынса хуплайбыҙ – был тармаҡты үҫтереүгә этәргес буласаҡ.

 

Александр СОКОЛОВ,   “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, Рәсәй Умартасылар союзы идараһы ағзаһы:

– Хеҙмәттәштәр түңәрәк өҫтәлдә тармаҡ үҫешенә ҡағылышлы бер нисә мөһим мәсьәләне күтәрҙе. Мәҫәлән, “Башҡорт балы” бренды менән ялған тауар һатыу проблемаһы көнүҙәк. Һис шикһеҙ, дәүләт органдары, “Роспотребнадзор” яғынан контролде көсәйтергә, халыҡтың мәҙәни байлығы булып торған милли брендты яҡлау өсөн ғәмәлдәге закондар базаһын, тематик программаларҙың норматив өлөшөн камиллаштырырға кәрәк.

Шулай уҡ республикала умартасылыҡ продукттарын анализлау лабораторияларының юҡлығы, анализдарға хаҡтарҙың юғары булыуы кеүек проблемалар бар.  Башҡортостанда сәнәғәт умартасылығын һәм халыҡ-ара аккредитациялы балды сертификатлау үҙәген үҫтереү зарурлығы өлгөрөп килә, сөнки умартасылыҡ – ул бал ҡорто, умарталар һәм бал ғына түгел, ә махсуслаштырылған  матди базаны ла күҙаллай (йыһаз) ҡорамал, шарттар, шулай уҡ белгестәр ҙә кәрәк). Был йәһәттән  халыҡ-ара инвесторҙарҙы йәлеп итеү ыңғай һөҙөмтә бирер ине: уларҙың башҡорт балын федераль түгел, ә халыҡ-ара әһәмиәттәге брендҡа әйләндереү өсөн ресурстары һәм мөмкинлектәре бар.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.

 

 

Читайте нас: