Иҡтисад
23 Март 2022, 04:25

Башҡортостанда күпме умарта бар?

midgardinfo.commidgardinfo.com
Фото:midgardinfo.com

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 287 мең умарта бар. Был һандар былтыр көҙ үткән Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән алынған.

Республиканың Иглин районын иң баллы район тип билдәләргә була, бында 18 меңдән ашыу умарта һанала. Ғафури, Күгәрсен райондары икенсе һәм өсөнсө урында килә, бында 13,7 һәм 10,8 мең умарта бар.

Башҡортостанда бал ҡорттарының 90 проценттан ашыуы шәхси хужалыҡтарға тура килә, һигеҙ проценты – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, бер проценттан әҙерәк өлөшө ауыл хужалығы ойошмалары иҫәбендә.

Былтыр республикала бөтәһе 11 мең тоннанан ашыу бал алынған. Шуның  алты мең тоннанан ашыуы — сауҙа балы.  Был – илдә иң юғары күрһәткестәрҙең береһе, тип билдәләне республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас