Әле илдәге иҡтисади хәл тотороҡһоҙ булған мәлдә Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары заман талаптарына яраҡлашып эшләргә әҙер. «Инмаш концерны» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Стәрлетамаҡта металл эшкәртеү һәм станоктар төҙөү өлкәһендә инновациялы предприятие булып тора, ойошма менән меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты хеҙмәттәшлек итә.
“Инмаш” — станоктар төҙөүҙә һәм авиацияла кәрәк булған шар винттары кеүек импорт-алмаштырыу продуктын етештергән берҙән-бер Рәсәй компанияһы. Бөгөн предприятие айына 200-гә тиклем шар винты етештерә, ассортиментты арттырыу буйынса эш алып бара. Планда ауыл хужалығы машиналары өсөн йөрөтөү механизмын етештереүҙе тергеҙеү.
Рәсәйҙә бындай механизмды бер кем дә сығармай. Элегерәк ауыл хужалығы яраҡтары өсөн был әйбер Германиянан һатып алынған. Шулай уҡ автомобилдәр өсөн руль етештереү планлаштырыла. Әле етештереү процесын ҡулайлаштырыу маҡсатында технологик сылбыр барлана.
Былтыр йәй етештереүсе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән инвестиция сәғәтендә үҙенең проекттары тураһында ентекле һөйләгән ине. Республика етәкселеге иһә үҙ сиратында эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү кәрәклеген һәм проектты һалым ташламалары менән тәьмин итеү, инфраструктура булдырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауҙың мөһимлеген билдәләне. Әле етештереүсе проектты өҫтөнлөклө инвестиция проекты сифатында тәҡдим итер өсөн документтар әҙерләй.
Әбделмалик РӘХИМОВ, ойошманың генераль директор урынбаҫары:
- Инвестиция сәғәтендә ҡатнашҡандан һуң, Радий Хәбировтың эшебеҙҙе ҡеүәтләгәнен ишеткәс, етештереүҙе киңәйтә башланыҡ. Әлеге мәлдә был ынтылыштың һөҙөмтәһен күрәбеҙ: яңы участкаларҙа кран юлдары ҡуйылған, ҡорамалдар һатып алына. Иретеп-йәбештереү производствоһы, станоктар төҙөү, термоконстант цехы һәм башҡалар эшләйәсәк. Быйыл уҡ етештереүҙе башларға ниәтләйбеҙ, был 300-гә яҡын кешене эш урыны менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.