Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2022, 09:19

Тотороҡло үҫеш юлында

I-GAZETA.COM
Фото:I-GAZETA.COM

Республикала ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән ете меңдән ашыу ойошма иҫәпләнә. Улар бөтә ауыл хужалығы ерҙәренең 16 процентын биләй. Ошо хужалыҡтар игендең дөйөм күләменең 35 процентын, шәкәр сөгөлдөрөнөң 19 процентын, теплицала үҫтерелгән йәшелсәнең 78 процентын, һөттөң 12 процентын һәм иттең алты процентын етештерә.

Рәсәй агросәнәғәт комплексында фермерҙар аҙыҡ-түлектең 14 процентын етештерә, алдағы йылдарҙа уларҙың өлөшө артасаҡ, тип билдәләйҙәр Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында.

Һуңғы арала Рәсәй Хөкүмәте пандемия эҙемтәләре шарттарында фермерҙарҙың тормошон һиҙелерлек еңеләйткән бер нисә сара күрҙе. Ауыл хужалығы етештереүселәре ташламалы кредиттар буйынса түләүҙәрҙе бер йылға кисектереп торҙо, фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперативтарына ташламалы инвестиция кредиттарынан файҙаланыу һәм продукцияны ташыу һәм һатыу өсөн сауҙа объекттарын, ҡорамалдарҙы һәм махсус транспорт сараларын һатып алыуға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бирелде. Был һатыу баҙарын һиҙелерлек киңәйтергә, үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләрен һәм кооператив баҙарҙарҙы, шул иҫәптән магазиндар ойошторорға ярҙам итәсәк. Былтыр декабрҙә ауыл хужалығы етештереүселәренә үҙ продукцияһын үҙҙәре ҡулланған ерҙәрҙә һатырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителде. Бынан тыш, 1 марттан игенселәр ауыл хужалығы ерҙәрендә торлаҡ йорттар төҙөү мөмкинлегенә эйә булды. Хәҙер ауыл хужалығы етештереүселәре һәм сауҙа селтәрҙәре араһында туранан-тура килешеүҙәр буйынса ваҡлап һатыуға оҙатыу өлөшөн арттырыу буйынса эштәр дауам итә. Берәүгә лә сер түгел: фермерҙарға үҙ продукцияһы менән федераль селтәрҙәргә эләгеү мөмкин түгел тиерлек.

Быйыл субсидия шәхси йорт хужалығын етәкләгән һәм тәүге тапҡыр үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән граждандарға бирелә башланы. Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ташламалы кредитлау системаһына индереү мөмкинлеге өйрәнелә. Ә ҙур ҡалаларҙа фермерҙар онлайн-сауҙаны уңышлы үҙләштерә алды, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла.

Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы президенты Владимир Плотников фекеренсә, һуңғы 10 йылда хужалыҡтарҙа сәсеү майҙандары йыл һайын бер миллион гектарға тиерлек арта бара. Иген — 29,5 процент, көнбағыш 35 процент тәшкил итә. Ташландыҡ ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә йәлеп итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә улар – 40 миллион гектар самаһы. Белгестәр фекеренсә, уларҙа тағы ла 100 миллион тонна иген үҫтерергә мөмкин булыр ине. Былтыр республикала 22 мең гектар ҡулланылмаған ер әйләнешкә индерелде.

2021 йылда республика фермерҙарына дәүләт ярҙамы күләме 620 миллион һум тәшкил итте. Һуңғы йыл эсендә 78 хужалыҡ һәм 50 ауыл хужалығы кооперативы идара итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү буйынса бөтә саралар өсөн етештереү булдырыуға һәм үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алды. Быйыл килем килтергән проекттар программаһы тергеҙелә, агротуризм йүнәлеше эшләй башлай, быға тиклем ғәмәлдә булған күп кенә программалар һаҡланып ҡалған.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: