Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Республиканың төп иҡтисади тармағы һаналған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре яңы миҙгелде, бер яҡтан, түҙемһеҙлек менән көтә, икенсе яҡтан, уларҙың бар теләге – һауа шарттары ҡулай килһен. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостандың тәбиғәт шарттары ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән кешеләрҙе гел һынай: яҙын ҡаты ҡырауҙар төшөүе ихтимал, йәйгеһен – ҡоролоҡ, көҙөн уңышты йыйып алыуға ҡойма ямғырҙар ҡамасаулай. Былтыр иһә һуңғы ун йылда булмағанса ҡаты ҡоролоҡ ябырылды һәм уңышты ике тапҡырға кәмерәк йыйып алдыҡ. Ә ауыл эшсәндәре был көйһөҙлөктәргә әҙер торорға, уңышты һаҡлап ҡалыуға бар тырышлығын һалырға тейеш. Әле республиканың барлыҡ райондарында ла ауыл хужалығы конференциялары уҙҙы, унда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.
Яңы маҡсаттар ҡуйылды
Ауыл хужалығы конференциялары башлыса онлайн тәртибендә үтте. Пандемия арҡаһында йолаға әүерелгән ауыл хужалығы тармағы күргәҙмәләре, техниканы ҡарап сығыу кеүек сараларҙан баш тартырға тура килде. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйылғы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлеккә старт бирҙе. Семинарҙарҙы биш климат зонаһына бүлеү Илшат Фәзрахмановтың башланғысы менән ойошторолған. Зоналарға бүлеү семинарҙа ҡатнашыусыларға күберәк мәғлүмәт биреү һәм яңы миҙгелгә төплөрәк әҙерләнеү өсөн майҙансыҡ булып тора.
Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостан сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер һәм сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып сығыу планлаштырыла.
– Былтырғы ҡоролоҡтан һуң ерҙәге дымды һаҡлап ҡалыр өсөн сәсеүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға кәрәк. Шуға ашлама тураһында уйланырға кәңәш итәм. Беҙҙең килешеү буйынса быйылға хаҡтар “туңдырылған” һәм май аҙағына тиклем улар былтырғы хаҡ менән һатыласаҡ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, сәсеү кампанияһына быйыл 20 миллиард һум һалынасаҡ. Сәсеү майҙаны иһә 2 миллион 835 мең гектар тәшкил итәсәк.
Сәсеү эштәрен тиҙ арала атҡарып сығыуға яңы техника ла булышлыҡ итәсәк. Былтыр ауыл хужалығы предприятиелары 527 трактор, 258 комбайн, 860 берәмек башҡа төр техника һатып алған. Быйыл иһә Башҡортостан Башлығының 310-сы Указына ярашлы, 600 трактор, 240 комбайн һәм башҡа кәрәкле техника һатып алыу ҡаралған. Ауыл хужалығы техникаһы 1 апрелгә тулыһынса төҙөкләндерелеп, баҫыуҙарға сығырға әҙер булырға тейеш.
“Ни сәсһәң, шуны урырһың”
Халыҡта “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән әйтем бар. Ысынлап та, бары һәйбәт орлоҡтан ғына юғары уңыш алып була.
Был мәсьәлә яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлеккә арналған кәңәшмәлә күтәрелде. Яңыраҡ үткән “1000 агроном” уҡыуында ла агрономдарға ошо хаҡта бик ентекле лекция уҡылды.
Сәсеү кампанияһына, ғәҙәттә, 450 мең тонна орлоҡ кәрәк. Республика буйынса йәмғеһе 50-нән ашыу орлоҡсолоҡ хужалығы беҙҙең һауа торошона яраҡлаштырылған, ауырыуҙарға ҡаршылығы көслө булған, һәр яҡлап тикшерелгән орлоҡтар етештерә.
Ужым культуралары нисек ҡышлаған?
Ужым культураларының ҡышлау шарттары ла буласаҡ уңышҡа ҙур йоғонто яһай. Көҙҙән ауыл хужалығы предприятиелары 295,3 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәсте. Шуларҙың 140 мең гектарында – ужым арышы, 150 мең гектарҙа ужым бойҙайы сәселгән. Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре ҡар ятыу менән ужым культураларының хәлен даими рәүештә тикшереп тора. Ҡар аҫтынан монолиттар ҡаҙып алына. Һуңынан шытып сыҡҡан үҫентеләргә анализ эшләнә. Ауырыу барлығы, үҫентенең көсө билдәләнә. Бынан тыш, анализ һөҙөмтәләренә ҡарап, артабан баҫыуҙы ниндәй препарат менән эшкәртергә кәрәклеген билдәләйҙәр.
Агрономдар фекеренсә, яҙ яңы шытып сыҡҡан ужым культураларын ҡырау һуҡмаһа, әлегә уларҙың торошо белгестәрҙе ҡәнәғәтләндерә. Рәсәй ауыл хужалығы белгестәре монолиттарҙы лабораторияла тикшереүен дауам итә. 30 х 30 сантиметрлыҡ монолиттар үҫентенең әлеге хәле тураһында белгестәргә күпте “һөйләй” ала: ужым культураларына зыян килтергән ниндәй бөжәктәр ҡышлауын, уларҙы ниндәй ағыу менән бөтөрөргә икәнлеген дә алдан хәстәрләп ҡуйыу мөмкинлеге бирә.
Ҡыштың ҡарлы булыуы баҫыуҙарҙағы ужым культураларына быйыл имен ҡышлап сығыуға бөтә шарттарҙы ла булдырҙы. Мәҫәлән, Дәүләкән районы хужалыҡтарында 18 мең гектар самаһы ужым культураһы сәселгән. Тәүге анализдар һөҙөмтәһенә ҡарағанда, улар яҡшы ҡышлаған. Әммә ҡайһы бер баҫыуҙарҙы яңынан сәсергә тура килеүе ихтимал. Был бигерәк тә ужым арышына ҡағыла, ти белгестәр.
Суйынсы ауылы эргәһендәге баҫыуҙа 100 гектар ужым культураһы бар. “Ғабдрахманов” крәҫтиән (фермер) хужалығы арыш менән бойҙайға өҫтөнлөк бирә. Быйылғы ҡыш ҡарлы булды, ҡайһы бер урында яуым-төшөм ҡатламы 55 сантиметрға етә. Ошондай шарттарҙа ужымға хәүеф янамай, ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Дәүләкән район-ара бүлеге етәксеһе Рәмил Күскилдин.
– Баҫыуҙарҙан алынған өлгөләр лабораторияла тикшерелә. Ужым культуралары тәүҙә ике аҙна үҫтерелә, һуңынан анализ яһала. Ентекле тикшереүҙәрҙән һуң, агротехник саралар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға һәм көҙ мул уңыш алырға мөмкин, – ти лаборант Людмила Ғәйнетдинова.
Ҡоролоҡ ҡабатланыуы ихтимал
Ҡоролоҡ булыу ихтималлығы тураһында иң тәүҙә страховкалаусылар белдерҙе. Агростраховкалаусылар милли союзы президенты Корней Биджов был хаҡта “Парламентская газета”ға интервьюһында әйткән. Уның фекеренсә, бәлә Башҡортостан, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе төбәктәренә янай. Был башлыса былтырғы ҡоролоҡ һәм ерҙә дымдың аҙ булыуы менән бәйле. Үрҙә һаналған төбәктәрҙә үткән көҙҙән тупраҡта дым кимәле түбән.
Бынан тыш, быйыл Пенза өлкәһе, Татарстан, Сыуашстан һәм Мордва республикалары ла хәүеф аҫтында. Шуға ла белгес ауыл хужалығы предприятиеларын уңышты страховкаларға саҡыра.
Яңы миҙгел уңышлы килһен тип теләйек.
Ғәлим СОЛТАНОВ, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:
– Быйыл сәсеү майҙандарының структураһы былтырғынан артыҡ үҙгәрмәйәсәк. Сәсеү майҙаны 73506 гектар тәшкил итәсәк, шуның иң ҙур өлөшө — 68470 гектарҙа яҙғы культуралар сәселәсәк, был – уҙған йылға ҡарата 107 процент. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 41958 гектар (104 процент), техник культураларҙы сәсеү майҙаны 18055 гектар (109 процент) тәшкил итәсәк.
Беҙҙең районда сәсеүҙе үткәреү өсөн 312 миллион һум аҡса талап ителә, былтырғы кимәлдән 15 процентҡа күберәк сығым китәсәк. Яғыулыҡҡа, минераль ашламаларға хаҡтарҙың артыуы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр алдында шундай ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Беҙҙең хужалыҡтар һәм фермерҙар сәсеү эштәренә 92 миллион һумды үҙҙәре ҡаплаясаҡ. Ә бына тағы 220 миллион һум ташламалы кредит һәм субсидиялар иҫәбенә буласаҡ: 189 миллион һумға кредит (йылына биш процент менән), дәүләт ярҙамы — 30,8 миллион һум (бер гектарға субсидия 13 миллион һум), һатылған игенгә субсидия — 14, 23 миллион һум, һөткә 3,55 миллион һум тәшкил итәсәк.
Былтыр район хужалыҡтары техника паркын яңыртыуға өлгәште. Бөтәһе 240 миллион һумлыҡ 77 берәмек машина-ҡорамал һатып алынды. Бөгөнгә ҡарата тракторҙарҙың 72 проценты, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының 83 проценты сәсеүгә әҙер тип баһалана. 1 апрелгә сәсеү эштәрендә ҡатнашҡан бөтә тракторҙар сафҡа баҫасаҡ.
Техник тикшереү графикка ярашлы уҙғарыла, ул 1 марттан башланды. 15 апрелгә бөтә хужалыҡтар ҙа дәүләт техник күҙәтеүе үтергә һәм техниканы файҙаланыуға рөхсәт алырға тейеш. Быйыл сәсеү эштәренә ауыл хужалығы предприятиеларының 96 агрегаты, 16 сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк, был сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Бер агрегатҡа уртаса йөкләмә 510 гектар тәшкил итә, иген культураларын сәсеүҙе ике аҙна эсендә тамамларға иҫәп тотабыҙ. Быйылғы сәсеүгә ауыл хужалығы предприятиеларына 10280 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо талап ителә. Орлоҡ фондының булған күләме “Россельхозцентр” һәм “Башҡортостан референт үҙәге” лабораторияларында тикшерелгән. Анализ орлоҡтарҙың шытым күрһәткестәре буйынса ҡәнәғәтләнерлек булыуын асыҡлаған, әммә күпселеге ауырлыҡ талабына яуап бирмәй.
Әлеге ваҡытта орлоҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. “Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәтендә элиталы орлоҡ бар. Шулай уҡ район хужалыҡтары республиканың, Ҡурған, Силәбе өлкәләренең орлоҡсолоҡ предприятиелары менән яҡшы бәйләнеш булдырған. Сәсеү өсөн етерлек сифатлы орлоҡ тупларбыҙ тип ышанам.
Хужалыҡтар минераль ашламалар туплау буйынса эште башланы. Быйыл мең тонна минераль ашлама һатып алыуҙы планлаштырғанбыҙ. Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин итеү көтөлә. Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыу өсөн 800 тонна яғыулыҡ-майлау материалы кәрәк. Хужалыҡтар килешеүҙәр төҙөү буйынса эш алып бара.
Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымын 80 мең тоннаға тиклем арттырырға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Бының өсөн уңышты гектарынан 17,9 центнерға тиклем еткерергә кәрәк. Минераль ашламаларҙы етерлек кимәлдә ҡулланыу иҫәбенә быға өлгәшеп буласаҡ. Район хужалыҡтары һәм фермерҙары алдында торған иң мөһим бурыс — яҙғы баҫыу эштәренә етди әҙерлек һәм уны сифатлы үткәреү.
Динара САФИУЛЛИНА яҙып алды.