Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2022, 21:15

Ҡатмарлы осор тип тормайбыҙ

"Төркиә бизнесының машиналар эшләү блогы менән бәйләнештәрҙе яйға һалырға күптән теләй инек", - тине Радий Хәбиров. 

Ҡатмарлы осор тип тормайбыҙ
Ҡатмарлы осор тип тормайбыҙ

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостанға эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн төрөк партнерҙар килде. Рәсми осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Хәҙер ҡатмарлы ваҡыт, әммә тап ул – ҡыҙыҡлы һәм перспективалы проекттар башлау өсөн иң ҡулайы. Нисек кенә сәйер булмаһын – халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә лә. Төркиә делегацияһының бөгөнгө сәфәре – быға дәлил. Төркиә бизнесының машиналар эшләү блогы менән бәйләнештәрҙе яйға һалырға күптән теләй инек. Беҙҙең үҙ-ара мәнфәғәттәребеҙ бар, бөгөн Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер менән ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү нөктәләрен билдәләнек.

Атап әйткәндә, беҙҙең сәнәғәт предприятиеларын ҡорамалдар, материалдар, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм юл техникаһы менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Мөһим мәсьәлә – республикала Төркиә производствоһын локалләштереү мөмкинлеге. Шулай уҡ Башҡортостан компанияларының продукцияһын Төркиә баҙарҙарына сығарырға ниәтләйбеҙ.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа ике тапҡырға – 208 миллион долларға тиклем артты, Төркиә - республикабыҙҙың төп партнерҙарының береһе. 2020 йылдың көҙөнән Төркиәлә республика Конгресс-бюроһы вәкиллеге эшләй, ул Төркиә бизнесына Башҡортостан менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалырға ярҙам итә. Беҙҙең төбәктә был ил капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 29 предприятие эшләй, улар сауҙа, аҙыҡ-түлек продукттарын ташыу, хеҙмәтләндереү, төҙөлөш, ағас эшкәртеү һәм башҡа өлкәләрҙә эшләй. Иң күләмле һәм әһәмиәтле инфраструктура проекттарының береһендә – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙә – Төркиәнең “Лимак” холдингы ҡатнаша.

Төрөк компанияларының әүҙемлеге кәмемәй. Киләсәктә беҙҙең берҙәм хеҙмәттәшлек нығыныр ғына тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: